Ибраһимов Ғәли Ғизетдин улының тыуыуына 105 йыл.
Ибраһимов Ғәли Ғизетдин улы (16 ғинуар 1919 йыл — 26 ноябрь 1989 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы. 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының (1969) һәм РСФСР-ҙың (1979) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1983). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1986) ордендары кавалеры Ибраһимов Ғәли Ғизетдин улының тыуыуына 105 йыл.
Китапханала яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында күргәҙмә ойошторолған.
Ғәли Ғизетдин улы Ибраһимов 1919 йылдың 16 ғинуарында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Утыҙынсы йылдар башында нефть ятҡылыҡтары асылғас, ата-әсәһе менән Ишембайға күсеп килә, бында урта мәктәпте тамамлай. 1937—1939 йылдарҙа Өфөлә педагогия рабфагында уҡый. 1939 йылда Ҡыҙыл Армияға алынып, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Һуғыш тамамланғас, Ишембайға ҡайтып, нефть техникумында тәүҙә инглиз теленән уҡыта, аҙаҡ «Совет Башҡортостаны» гәзитендә хәбәрсе, әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, яуаплы секретарь вазифаларын үтәй. Шул уҡ йылдарҙа, ситтән тороп, Башҡорт дәүләт педагогия институтын (хәҙер — Башҡорт дәүләт университеты) тамамлай. Һуңыраҡ Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курсында уҡый. 1959 йылдан оҙаҡ осор «Ағиҙел» журналының яуаплы секретаре булып эшләй.
1989 йылда 70 йәшендә оло әҙиптең йөрәге тибеүҙән туҡтай. Өфө ҡалаһында Мосолман зыяратында ерләнгән.