logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Башҡорт шағиры-Әлфиә Әсәҙуллина

02.03.2024

Башҡорт шағиры Әлфиә Әсәҙуллинаның күркәм юбилейына ҡарата китапханала  күргәҙмә ойошторолдо.

Әлфиә Нәжип ҡыҙы Әсәҙуллина 1959 йылдың 2 мартында Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында тыуған. Башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ шиғырҙар яҙа башлай. Республика гәзит-журналдарында, район гәзите “Ватан юлы”нда, «Йәш көстәр» альманахында баҫыла. 1982 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға керә. Бер үк ваҡытта Башҡортостан китап нәшриәтендә (хәҙер Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте) эш башлай. Тәүҙә корректор була. 1992 йылдан алып балалар әҙәбиәте мөхәррире. 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһының һәм РӘСӘЙ федерацияһы яҙыусылар союзы ағзаһы. 2005 йылдан балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире. 2010 йылда “БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ Атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре»исеме бирелә. 2013 йылда  Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты.

                                     Ижади эшмәкәрлеге                                                                                                                          Шағирә Әлфиә Әсәҙуллина балалар әҙәбиәте һәм өлкәндәр өсөн шиғриәт өлкәһендә әүҙем эшләй. Ул балалар психологияһын яҡшы белә. Мәҫәлән, “У бабочки обновка” һәм “На солнышке – корона” китаптарында ул балаларға донъяның ғәжәп серҙәрен аса. Шағирә Әлфиә Әсәҙуллина «Күбәләк күлдәк ҡотлата»,«Ҡояшҡа таж кейҙерәм» китаптарында ул балаларға донъяның ғәжәп серҙәрен аса. «Сайҡала сауҡалар»,  һәм «Ысыҡлы ҡояш»йыйынтыҡтарында шағирәнең тыуған йортона, тыуған еренә һәм туған теленә патриотик гражданлыҡ хистәре сағыла. Шулай уҡ  «Һанашмаҡтар», «Зоопарк килде беҙгә», «Һәр бер һөнәр кәрәкле», «Хыял осошо» исемле балалар һәм өлкәндәр өсөн китаптар авторы.