logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

“Күп яҡлы ижадсы”.Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Камалов Ринат Әлтәф улына 70 йәш

28.06.2024

Бөгөн ,28 июндә, яҡташыбыҙ,ауылдашыбыҙ, Дыуан-Мәсетле ауылында тыуып үҫеп,республика кимәлендә танылыу яулаған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы(2022й),Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998) ,Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010),Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты (2002) Камалов Ринат Әлтәф улына 70 йәш тулды.

🏡 Ринат Камал 1954 йылдың 28 июнендә Дыуан-Мәсетле ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Буласаҡ яҙыусының ата-әсәһе-Альтаф һәм Мәрйәм Камаловтар белемле кешеләр булған, башҡорт әҙәбиәтен һәм халыҡ музыкаһын яҡшы белгән. Ринат бала саҡтан табип һәм яҙыусы булырға хыяллана. Үҫмер сағында уҡ уның күңелендә әҙәби телгә ҡарата һөйөү һәм ихтирам уяна, ул тәүге тапҡыр яҙыша башлай. Башҡорт яҙыусыларының, рус һәм сит ил классиктарының китаптарын уҡый, урындағы гәзиттәр менән хеҙмәттәшлек итә башлай.
Урындағы урта мәктәпте тамамлағас, тыуған колхозында эшләй,Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайта. Башҡорт медицина институтында уҡый, әммә уҡыуын Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында дауам итә. Бында ул «Шоңҡар» әҙәби түңәрәге ағзаһы булып китә, йәш әҙәбиәтселәр менән таныша, тәүге тапҡыр ысын яҙыусы-классиктар менән осраша. Балаларға башҡорт һәм рус әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта. Башҡорт АССР -ы телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты хәбәрсеһе, республика яҙыусылар Союзының пропаганда бюроһы директоры булып эшләй. «Ағиҙел ” әҙәби журналы хеҙмәткәре була. 1992 йылдан башҡортостан яҙыусылар ойошмаһына инә.
Ринат Камал – Башҡортостан территорияһында ҡатмарлы һәм ауыр ваҡиғалар, халыҡ тормошо тураһында һөйләп биреүсе бихисап повестар һәм романдар авторы. Уның китаптарының геройҙары тормош ауырлыҡтарын ҡыйыу йырып сыға, теләһә ниндәй хәлдә лә үҙҙәренең әхләҡи нигеҙҙәренә тоғро ҡалып, кеше булып ҡалалар.
Беҙҙең китапхана фондында халыҡ яҙыусыһының тиҫтәнән ашыу китабы һаҡлана.

🌺 Хөрмәтле Ринат Әлтәф улы ошо иҫтәлекле көн менән Һеҙҙе тәбрикләйбеҙ! Ижад осҡондарығыҙ һүнмәһен,һүрелмәһен,сәләмәт булығыҙ!

Нашему земляку, Народному писателю Республики Башкортостан, Лауреату Государственной премии имени Салавата Юлаева (2010)  Заслуженному  работнику культуры Республики  Башкортостан , имеющему Литературную премию имени Рашита Ахтари (2002),писателю- прозаику Ринату Камал исполнился 70 лет.

🏡РОЖДЕНИЕ
Родился 28 июня 1954 года в селе Дуван-Мечетлино, в многодетной крестьянской семье. Родители будущего писателя – Альтаф и Марьям Камаловы были образованными людьми, хорошо знали башкирскую литературу и народную музыку. С детства Ринат мечтал стать врачом и писателем.
✒ЮНОШЕСТВО И МОЛОДОСТЬ
Еще в юношеские годы в его душе пробуждаются любовь и уважение к литературному слову, он впервые пробует писать. Читает книги башкирских писателей, русских и зарубежных классиков, начинает сотрудничать с местными газетами.

Окончив местную среднюю школу, работал в родном колхозе, служил в рядах Советской Армии,учился в Башкирском медицинском институте, продолжает учебу на филологическом факультете Башкирского государственного университета. Здесь он становится членом литературного кружка «Шонкар», знакомится с молодыми литераторами, впервые встречается с настоящими писателями-классиками.
.
Преподавал детям уроки башкирской и русской литературы. Работал корреспондентом Государственного комитета Башкирской АССР по телевидению и радиовещанию, директором бюро пропаганды Союза писателей республики. Был сотрудником литературного журнала «Агидель». С 1992 года входит в писательскую организацию Башкортостана.
📚КНИГИ
▪«Беда: Повесть, рассказы, новеллы».
▪«Таня-Танхылу: Роман и повести».
▪«Враги любви».
▪«Озон-тал: Романы».
▪«Каменный колодец».
▪«Альфира».
▪«Долгий Лог».
▪«Дело мединститута».                                                                                                                                                                 ▪ “Башкирское войско”                                                                                                                                                                      ▪«Курай».

🏆НАГРАДЫ И ЗВАНИЯ

Народный писатель Республики Башкортостан(2022)
Заслуженный работник культуры Республики Башкортостан;
Государственная премия имени Салавата Юлаева (2010);
Литературная премия имени Рашита Ахтари (2002).

В фонде нашей библиотеки хранится более десятка книг народного писателя.

🌺  Уважаемый Ринат Альтафович, поздравляем вас с этим знаменательным днем!Пусть не затупятся перья  творчества, не погаснут искры вдохновения! Будьте здоровы!