logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

“Шиғриәтебеҙ аҡһаҡалы”Сәйфи ҠУДАШТЫҢ тыуыуына – 130 йыл

21.09.2024

21 сентябрь – Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреатыСәйфи ҠУДАШТЫҢ тыуыуына – 130 йыл (1894 – 1993).

Биографияһы

Сәйфетдин Фәттәхетдин улы Ҡудашев (әҙәби псевдонимы Сәйфи Ҡудаш) 1894 йылдың 21 сентябрендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе  Келәш ауылында тыуған.

1913 йылда тыуған ауылындағы мәҙрәсәне тамамлағас, белемен арттырыу өсөн аҡса эшләп табыу маҡсатында тәүге сәйәхәткә ҡаҙаҡ далаларына, Ҡустанайға юл тота. Ул саҡта бер ниндәй самолет та, машиналар ҙа булмағанға күрә, дала буйлап йәйәү атлай. Төндәрен ҡуналҡала, ауылдарҙа үткәрә.

Ике йыл буйы ҡаҙаҡ телен, фольклорын өйрәнә, күп йырҙар, аҡындар һөйләгән тарихтарҙы тыңлай. Унда тәүге тапҡыр әҙәбиәттә үҙ көсөн һынап ҡарай. Ҡустанайҙа бөйөк Туҡайҙың вафаты тураһында ишетеп, уның тураһында тәүге шиғырын яҙа. Данлыҡлы “Ғәлиә мәҙрәсәһе“ндә уҡығыһы килә, сөнки унда дини белем менән бер рәттән донъяуи белем дә бирәләр. Ошо бәхеткә бәхеткә өлгәшкәс, ҡаҙаҡ Бәйембәт МайлинШәйехзада БабичХәсән Туфан менән дуҫлаша. Тәүге тапҡыр Мәжит ҒафуриСәғит Рәмиевты күрә. Октябрь революцияһынан һуң ауылда мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. 1925 йылда ғына Өфөгә күсә.

«Башҡортостан» редакцияһында, һуңынан “Яңы ауыл”да эшләй. Ошо ваҡытта Мәжит Ғафури менән яҡындан дуҫлаша. Мәжит Ғафури үпкә туберкулезы менән сирләгәс, Башҡорт хөкүмәте шағир тере саҡта уның алты том әҫәрҙәрен сығарыуҙы тиҙләтергә ҡарар итә. Ғафуриҙың теләге буйынса был яуаплы эште Сәғит Ағишҡа һәм Булат Ишемғоловҡа йөкмәтәләр. «Етегән» тигән йәшерен ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләп, партиянан сығаралар, «Октябрь» журналы мөхәррире булып эшләп йөрөгәнендә эштән ҡыуалар һәм ҡулға алыуҙан ҡурсалап, Ҡыйғы районына ебәрәләр.

Сәйфи Ҡудаш Ҡыйғы район гәзитен ойоштороуҙа төп роль уйнай. Ҡыйғыла эшләгәнендә (1930—1931) баҫмала йыш сығыш яһай, ҙур әҫәр өсөн материалдар йыя, һәм уның шиғыр менән яҙылған «Ҡушҡайын» романы донъя күрә. Унда коллективлаштырыу, колхоздарҙы нығытыу тураһында һөйләнелә.

Һуңынан шағир Өфөгә әйләнеп ҡайта, ләкин эш бирмәйҙәр. ВКП(б) Үҙәк Комитетына партия сафына ҡайтарыуҙарын һорап апелляция яҙа — 1927 йылдан кире ҡайтаралар.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Сәйфи Ҡудаш Башҡортостан Совет Яҙыусылар союзы идараһына етәкселек итә: был вазифаны ул 1942—1948 йылдарҙа башҡара. Атрабан әҙип үҙен тулыһынса ижадҡа арнай.

Башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалының 80-дән ашыу исем менән китаптары сыға. Улар күп телдәргә тәржемә ителгән.

1964 йылда Сәйфи Ҡудашҡа «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелә, ә 1985 йылда «Шиғырҙар һәм поэмалар» китабы өсөн Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була.

Китаптары

  • «Хат», 1930 й.
  • «Ҡушҡайын» 1936 й.
  • «Бәхет законы», 1937 й.
  • «Республика йырлай», 1940 й.
  • «Саҡырыу», 1942 й.
  • «Бөтөн йөрәктән», 1943 й.
  • «Минем ауылдашым», 1943 й.
  • «Онотолмаҫ минуттар», 1957 й.
  • «Йәшлек эҙҙәре буйлап», 1964 й.

Балалар өсөн:

  • «Баярҙар бар саҡта», 1928 й
  • «Әҙер бул» 1935 й
  • «Бәхетле баласаҡ», 1935 й

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ының халыҡ шағиры исеме (1964).
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984).
  • Ленин ордены (1954).
  • өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943, 1954, 1971).
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1974).
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1949).
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1985).