logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

«Тыуған яҡтан илһам алып» билдәле яҙыусы Ринат Камалдың юбилей кисәһе.

28.09.2024

Танылған яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ,Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты ,Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты, Ринат Әлтәф улы Камаловтың 70 йәшлек юбилейына арналған ижад кисәһе 27 сентябрҙә район үҙәгендә уҙһа,бөгөн 28 сентябрь, ул тыуған ауылында биләмәләштәре,ауылдаштары менән осрашты.

Ижади кисәгә юбилярҙың яҡындары: ҡатыны – Зиниә Мөхәмәт ҡыҙы  Камалова һәм ҡыҙҙары Сафура, оло улы Азамат һәм килене Нәзифә лә килгәйне.Шулай уҡ баш ҡалабыҙҙан килгән  мәртәбәле ҡунаҡтар.Улар Ринат Әлтәф улының ҡәләмдәштәре, дуҫтары:

Башҡорт балалар яҙыусыһы, тәржемәсе һәм педагог-методист Ғөбәйҙуллина Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы .

Ниязбай Булатбай улы Сәлимов—яҙыусы,  ғалим-филолог. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты.

Ильгиз Вәкил улы Ишбулатов –шағир,һәнәк журналының баш мөхәррире һәм яҡташыбыҙ,донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы,Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы ,атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты,

бик күп маҡтаулы исемдәргә эйә булған районыбыҙ ғорурлығы Зәйнетдинов Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы.

Ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршы алғандан һуң Вәсилә Ғабдулхаҡ ҡыҙы һәм уҡыусылар бай тарихлы музейыбыҙ менән таныштырҙылар.Әйткәндәй,Музейыбыҙҙа Ринат Әлтәф улының да ҡулъяҙмалары,китаптары.шәхси әйберҙәренән торған мөйөш булдырылған.Артабан уның ижадына арналған «Тыуған яҡтан илһам алып»тип аталған  кисә бик матур ижади мөхит менән һуғарылды, тамашасылар юбилярҙың ижади юлы, уның биографияһы менән танышты.Шулай уҡ кисәлә Ринат Әлтәф улының “Иң күп китап уҡыусы”премияһы ла тапшырылды.Быйыл уға беҙҙең өлкән йәштәге апайҙарыбыҙ лайыҡ булды.Мусина Ғәлиә Ғарифулла ҡыҙы иң күп китап уҡыусы  номинацияһында I дәрәжәләге диплом һәм премия менән бүләкләнде.Ә Фазылова Лена Рәүел ҡыҙы Ринат Әлтәф улының барлыҡ әҫәрҙәрен уҡығаны өсөн премияға лайыҡ булды.Юбилярҙың ижадына арналған кисә тамамланһа ла йылы аралашыу сәй табынында ла дауам итте.Ринат Әлтәф улына  иҫәнлек-һаулыҡ  һәм ижади уңыштар теләп,донъялар тыныслығында киләсәктә тағы ла осрашыуҙарға өмөт бағлап таралыштыҡ юбилей кисәһенән.