logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

«Шағир һүҙе»конкурсы

17.10.2024

Бөгөн район үҙәк китапханаһында Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған «Шағир һүҙе»конкурсы үтте.Конкурсҡа бөйөк һүҙ оҫтаһының әҫәрҙәрен яратып һәм илһамланып уҡыған ҡатнашыусылар бик  күп йыйылды. Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен уҡыусылар, үҙҙәренең һәләттәрен, белемдәрен күрһәтте. Һәр бер  сығыш шағирҙың ижадына тәрән хөрмәт күрһәтеүҙе аңлатты.Был матур сарала беҙ ҙә ҡатнашып бөйөк шағирға булған хөрмәтебеҙҙе күрһәтеп ҡайттыҡ.

Конкурс 3 йәш категорияһында үткәрелде: 6 йәштән 10 йәшкә тиклем, 11 йәштән 17 йәшкә тиклем һәм 18 йәштән өлкән.Әйтергә кәрәк беҙ һәм беҙҙең мәктәп уҡыусылары яҡшы сығыш яһаны һәм призлы урындарға лайыҡ булдыҡ.

“6 йәштән 10 йәшкә тиклем” категорияһында иң яҡшы уҡыусылар тип танылды:

1 урын-Абдрахманова Айгүзәл (Етәксеһе Сәлихова Флорида Фидиәт ҡыҙы) Дыуан-мәсетле ауылында Х.Я.Фаткуллин исемен йөрөткән мәктәптең  синыф уҡыусыһы.

2 урын Абдрахманова Гүзәлиә (Етәксеһе Абдрахманова Эльвира Дамир  ҡыҙы) Дыуан-мәсетле ауылында Х.Я.Фаткуллин исемен йөрөткән мәктәптең  синыф уҡыусыһы.

3 урын Хәкимова Полина (Етәксеһе Коробкина Марина Павловна) Түбәнге Бобино ауылы;

«11 йәштән 17 йәшкә тиклем»категорияһында:

1 урын-Исмәғилева Айгүзәл (Етәксеһе Сәлихова Флорида Фидиәт Ҡыҙы) Дыуан-мәсетле ауылында Х.Я.Фаткуллин исемен йөрөткән мәктәптең  синыф уҡыусыһы.

2 урын Нәсибуллин Самат (Етәксеһе Фәтҡуллина Зилиә Закирйән Ҡыҙы) Башҡорт гимназияһы

3 урын Ғәзиҙуллина Арина (Етәксеһе Мәғәсүмова Әлфиә Разаковна) Д. Абдуллино

«18 һәм унан өлкәндәр»категорияһында:

1 урын – Әхмәтханова Гөлназ Фәрүәз ҡыҙы, Дыуан-Мәсетле ауылы китапханасыһы;

2 урын-Аллаярова Мәүжиҙә Хәйретдин ҡыҙы, Дыуан-Мәсетле ауылы;

3 урын-Фазылова Лена Рауил ҡыҙы, Йыланыш ауылы.

Конкурста ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр һәм  ҡатнашыусы сертификаты менән бүләкләнде.Ҡотлайым барыһын да!

Ошо  конкурсты ойошторған район китапханаһы хеҙмәткәрҙәренә,жюри ағзаларына,ҡатнашыусыларға һәм уҡыусыларҙы конкурсҡа әҙерләүсе уҡытыусыларға рәхмәт.Донъялар имен булып тағы ла ошондай матур саралар булып торһон!