logo
МАУ "Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система"
Дуван-Мечетлинский библиотечный филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Новые книги из фонда библиотеки

11.03.2023

 

Уважаемые читатели! В библиотеку для взрослых поступили новые книги! Поступление новой литературы в библиотеку всегда является знаменательным событием, как для библиотекарей, так и для читателей. Интересные авторы, разнообразные жанры порадуют многих посетителей библиотеки.

В книге «Штурмовики идут на цель» М.Г. Гареев живо и увлекательно рассказывает о своей комсомольской юности, о поисках призвания, о своих первых удачах и огорчениях на пути к суровой, трудной, но романтической профессии летчика. Главное место в книге, естественно, занимает война. С большой теплотой и искренностью автор вспоминает о фронтовой дружбе и братстве, о своих боевых товарищах и командирах, с кем вместе сражался в небе Сталинграда, на Миус-фронте, в Крыму, на Украине и в Белоруссии, Прибалтике и Восточной Пруссии… Многие из них погибли в жестоких боях с заклятым врагом, многие стали прославленными летчиками, удостоенными звания Героя Советского Союза.

«Штурмовиктар маҡсатҡа бара» китабында М.Г. Гәрәев үҙенең комсомол йәшлеге, осоусы һөнәренең ҡаты, ауыр булыуы,  тәүге уңыштары һәм ҡайғылары тураһында йәнле һәм мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Китапта төп урынды, әлбиттә, һуғыш биләй. Автор фронт дуҫлығы һәм туғанлығы, үҙенең хәрби иптәштәре һәм командирҙары тураһында ҙур йылылыҡ һәм ихласлыҡ менән иҫкә ала, улар менән бергә Сталинград күгендә, Миус-фронтта, Ҡырымда, Украинала һәм Белоруссияла, Балтик Буйы һәм Көнсығыш Пруссияла һуғыша… Уларҙың күбеһе ҡәһәрле дошман менән ҡаты алыштарҙа һәләк була, күптәре Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған данлыҡлы осоусылар булып китә.

В книге Ахмета Сулейманова” яуҙаштар һәм дандаштар ” (“Яуҙаштар и дандаштар”) отражена Отечественная война 1812 года в башкирском фольклоре. В этом издании рассматриваются произведения, проникнутые героизмом, идеей патриотизма и дружбы народов, созданные сказителями, певцами два столетия назад и оставленные нам в качестве реликвии.

Әхмәт Сөләймәновтың “Яуҙаштар һәм дандаштар” тип аталған китабында башҡорт фольклорында 1812 йылғы Ватан һуғышының сағылышы бирелгән. Был баҫмала ике быуат элек сәсәндәребеҙ, йыраусыларыбыҙ ижад итеп, изге йәдкәр сифатында беҙгә ҡалдырған ҡаһарманлыҡ, ватансылыҡ һәм халыҡтар дуҫлығы идеяһы менән һуғарылған әҫәрҙәргә байҡау яһала.

Творчество народного поэта Башкортостана, лауреата Государственной премии имени Салавата Юлаева Хасана Назара отмечено духовной возвышенностью, литературным совершенством, народностью и жизненностью. В книге собраны как его новые стихотворения, так и поэмы.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назарҙың ижады рухи юғарылыҡ, әҙәби камиллыҡ, халыҡсанлыҡ һәм йәнлелек менән билдәләнгән. Китапта уның яңы шиғырҙары ла, поэмалары ла тупланған.

“Встреча с любовью” Фарит Исангулов.

Имя Фарита Исангулова уже знакомо читателям. В его новую книгу вошли повести и несколько рассказов. Главные темы произведений Фарита Исангулова-любовь, бережное отношение к Земле, возрождение духа и культуры на селе. Когда читаешь, следуешь за героями, глубоко погружаешься в события, которые всеми красками и переживаниями предстают перед нами действительностью.

“Мөхәббәт менән осрашыу” Фәрит Иҫәнғолов.

Фәрит Иҫәнғоловтың исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның өр-яңы китабына “Алтынбикә”, “Зөһрә”, “Хөмәйрә”, “Фәниә”, “Мөхәббәт менән осрашыу” исемле повестары һәм бер нисә хикәйәһе индерелде. Фәрит Иҫәнғоловтың әҫәрҙәреең төп темаһы — мөхәббәт, ергә һаҡсыл мөнәсәбәт, ауылда рух һәм мәҙәниәтте тергеҙеү. Уҡығанда геройҙарҙың янында эйәреп йөрөп, ваҡиғаларға башкөллө сумаһың, улар бар төҫтәре, кисерештәре менән күҙ алдына ысынбарлыҡ булып килеп баҫа.

“Сочинения”. Том VI. Тансулпан Гарипова.

Видный прозаик, драматург и публицист, народный писатель Башкортостана, лауреат Государственной премии имени Салавата Юлаева, заслуженный работник культуры РБ Тансулпан хизбулловна Гарипова опубликовала повесть “Илекэй” в 6-м томе своей книги “произведения”, рассказ “Сабак”, занявший первое место на международном конкурсе рассказов имени Махмута Кашгари, и дому “гильмияза”, с успехом шедшую в свое время в молодежном театре Уфы., очерки, статьи о женщинах современности, были собраны материалы с интересными беседами, вышедшими в разные годы на страницах различных периодических изданий, и заметками, отражающими мнения современников о творчестве писательницы.

“Әҫәрҙәр”. VI том. Таңсулпан Ғарипова.

Күренекле прозаик, драматург һәм публицист, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың “Әҫәрҙәр” китабының 6-сы томында “Илекәй” повесы, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге Халыҡ-ара хикәйәләр конкурсында беренсе урынды яулаған “Һабаҡ” хикәйәһе һәм Өфөнөң йәштәр театрында ваҡытында ҙур уңыш менән барған “Ғилмияза” доамаһы, йондоҙға тиң заманыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары тураһында очерктары, мәҡәләләре, төрлө йылдарҙа төрлө матбуғат биттәрендә донъя күргән ҡыҙыҡлы әңгәмәләре һәм әҙибәнең ижады хаҡында замандаштарының фекерҙәрен сағылдырған яҙмалары тупланды.

Ангам Хабиров. “Попутно”

В этой книге собраны литературно-критические статьи последних лет жизни писателя, творческие портреты, обзоры опубликованных в печати стихотворений.

“Юл ыңғайында”. Әнғәм Хәбиров.

Был китапта яҙыусының һуңғы йылдарҙа яҙылған әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, ижади портреттар, матбуғатта донъя күргән шиғырҙарға күҙәтеүҙәр тупланған.

Буранбай Искужин.”Кладезь”

В сборник включены стихотворения поэта, в основном юмористические и сатирические, пародии на стихотворения, этюды, отрывки из них на родном языке.

Буранбай Исҡужин”Хазина”

Йыйынтыҡҡа  башлыса шағирҙың туған телдә яҙылған юмористик һәм сатирик шиғырҙары, шиғырҙарға пародиялар, этюдтар, өҙөктәр индерелгән.