logo
МАУ "Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система"
Дуван-Мечетлинский библиотечный филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Познавательный час «башкирское народное творчество»

30.03.2023

Бөгөнгө көндө  беҙ  башҡорт халыҡ ижадына бағышланыҡ. Уның маҡсаты-башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады менән яҡынданыраҡ таныштырыу, Тыуған илгә  илһөйәрлек тойғоһо,һөйөү тәрбиәләү.Сарабыҙға ауылыбыҙ  тормошонда актив ҡатнашыусы ағинәйҙәребеҙ килде.Әхмәтшина Зимфера Мөхәмәт ҡыҙы, һаулыҡ һағында эшләп лайыҡлы ялдағы,  һәләтле ижадҡа эйә булған ағинәйебеҙ.  Йыланыш ауылынан Фазылова Лена Рәүел ҡыҙы,23 йыл  ғүмерен балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белеп биреп,хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан ижади тормош алып барыусы,киләсәк быуын өсөн борсолоусы һәм үҙенең белгәндәрен еткереп ҡалырға теләүсе ағинәйебеҙ. Йылы атмосферала ағинәйҙәребеҙ башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына ҡараған йомаҡтар, мәҡәлдәр, әйтемдәр, таҡмаҡтар,һынамыштар,әкиәттәр,тиҙәйткестәрҙең ҙур әһәмәиәткә эйә булыуы тураһында һөйләне. Балалар ихлас тыңланы һәм әңгәмәгә ҡушылып үҙ фекерҙәрен дә еткерҙеләр.Әлбиттә хәҙерге ваҡыттакүп кенә балаларҙың башҡорт телендә аралашмауы  мөһим мәсъәләләрҙең береһе булып тора. Беҙҙең ағинәйҙәр менән үткәргән сарабыҙ балаларға башҡорт халыҡ ижады тураһында белемдәрен арттырырға ярҙам иткәндер тип уйлайбыҙ.

Сегодняшний день мы посвятили башкирскому народному творчеству. Его цель-ближе познакомить с устно-поэтическим творчеством башкирского народа, воспитать патриотизм, любовь к Родине.К нам на встречу пришли агинайзар, принимающие активное участие в жизни нашего села. Ахметшина Зимфера Мухаметовна, обладающая одаренным творчеством, заслуженная пенсионерка ,которая всю жизнь работала в здравоохранении. Фазылова  Лена Равиловна из деревни Еланыш, которая  23 года обучала детей по башкирскому языку и литературе, несмотря на заслуженный отдых, ведет творческую жизнь, переживает за будущие поколения и хочет донести до них все свои знания. В теплой атмосфере наши гости рассказывали о значении загадок, пословиц, поговорок, частушек, примет, сказок, скороговорок в устном народном творчестве башкир. Ребята с удовольствием слушали и высказывали свои мысли. Конечно, в настоящее время одна из проблем заключается в том, что многие дети не говорят на башкирском языке. Надеемся, что мероприятие, которое мы провели помогло повысить знания детей о башкирском народном творчестве.