logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Китапханала«Башҡортостан ҡыҙы”журналының 9 һаны.

06.10.2023

«Башҡортостан ҡыҙы “Башҡорт телендә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн айлыҡ ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис журнал.

Журналдың беренсе баш мөхәррире билдәле шағирә Кәтибә Кинйәбулатова була. Журналдың башланғысында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов та тора. Артабан халыҡ шағирәһе Гөлфиә Иҙелбаева (Юнысова), билдәле шағирә Йомабикә Ильясова хеҙмәттәштәренең данлы эштәрен дауам итте. Хәҙерге көндә  коллектив менән билдәле шағирә Гөлназ Ҡотоева етәкселек итә.

Журнал ғаилә институтын нығытыуға, традицион ҡиммәттәрҙе пропагандалауға, үҫеп килгән быуында гражданлыҡ яуаплылығын һәм патриотизмды, үҙ халҡына һәм тыуған яҡтарына һөйөүҙе формалаштырыуға йүнәлтелгән. Гөлназ Ҡотоева билдәләүенсә, журнал Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарының рухи донъяһын байыта, уларға камиллыҡҡа юл табырға ярҙам итә, үҙ-үҙеңде үҫтереүгә һәм гармонияға булышлыҡ итә.

Уның биттәрендә ҡатын-ҡыҙ-әсә һәм арымай-талмай эшләгән ҡатын-ҡыҙ маҡтала, ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте активистары һәм аҡыллы ҡатын-ҡыҙ-өлкәндәр тураһында бәйән ителә, шулай уҡ фәлсәфәүи, әхлаҡи-этик һәм тарихи темалар күтәрелә. Журналистарҙың профессиональ коллективы, барометр кеүек, уҡыусыларҙың кәйефен, уларҙың өҫтөнлөктәрен һиҙгер аңлай.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы ваҡыт менән бергә атлай  һәм уның ағымдарына һиҙгер яуап бирә. Уның меңәрләгән уҡыусылары республикала шундай ҡиммәтле баҫманың һаҡланып ҡалыуына сикһеҙ рәхмәтле.

Бөгөн «Башҡортостан ҡыҙы ” Башҡортостан Республикаһының иң абруйлы һәм компетентлы баҫмаларының береһе булып тора. Ул бер нисә тапҡыр илдә иң яҡшыһы тип таныла һәм төрлө йылдарҙа «Рәсәй матбуғатының Алтын фонды»билдәһенә лайыҡ була.

Журналдың был һанында уҡығыҙ: