logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Китапханала“АҒИҘЕЛ”журналы

10.10.2023

Хөрмәтле китап уҡыусы дуҫтарыбыҙ !

Һеҙҙе,китапханаға «Ағиҙел» журналының  5,6,7,8,9 һандары менән танышырға саҡырабыҙ.

“АҒИҘЕЛ” төп әҙәби-нәфис һәм публицистик башҡорт журналдарының береһе. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Яҙыусылар союзы һәм редакция коллективы. “Ағиҙел” журналы башҡорт телендә сыға.Тиражы — 1826 дана.

1923 й. мартынан “Яңы юл” исеме м‑н БашҮБК, БАССР ХКС‑ы, БАССР мәғарифы ХК һәм Башҡ‑н профсоюздары өлкә советы органы булараҡ нәшер ителә башлай. 1924 й. апр. “Белем” ж. м‑н берләшә. 1927 й. алып тағы ла үҙ аллы булып китә һәм “Сәсән” исеме м‑н сыға, 1930 й. башлап “Яңылыҡ” ж. м‑н берләшкәндән һуң — “Үктәбер”, 1949 й. — “Әҙәби Башҡортостан”, 1961 й. — хәҙ. исемен йөрөтә. 1941—46 йй. нәшер ителмәй. 90‑сы йй. уртаһына тиклем респ. берҙән‑бер әҙәби журнал була.

Баш мөхәррирҙәре: И.Насыри (1925, 1926), Д.Юлтый (1930—31, 1933), Б.Ишемғол (1932, 1934, 1935—36), Т.Йәнәби (1932, 1936—37), Ғ.Амантай (1934—35), Х.Кәрим (1937 й. алып), Н.Ҡ.Ҡәрипов (1941), Ғ.К.Зөлҡәрнәев (1946 й. алып), С.Агиш (1949 й. алып), Н.Нәжми (1952), Ә.Вәли (1952 й. алып), Х.Ғ.Ғиләжев (1955 й. алып), Ә.М.Мирзаһитов (1968 й. алып), Р.Ғ.Низамов (1973 й. алып), Ә.С.Гәрәев (1978 й. алып), Б.З.Рафиҡов (1988 й. алып), С.Әлибай (1998 й. алып), Ә.М.Әминев (2002 й. алып), Р.М.Кинйәбаев (2016 й. алып).                                     2020 йылдың февраленән «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы (17 март 1971 йыл) — башҡорт журналисы, шағир.

Журнал биттәрендә Башҡортостан яҙыусыларының яңы әҫәрҙәре һәм ғалимдарҙың әҙәбиәт ғилеме хеҙмәттәре менән бер рәттән республиканың сәйәси, социаль һәм иҡтисади хәле, фәнде, мәҙәниәтте, мәғарифты үҫтереү тураһында материалдар даими баҫылып тора. Төп рубрикалары: “Шиғриәт”, “Сәсмә әҫәрҙәр”, “Әҙәби тәнҡит”, “Публицистика”, “Сәнғәт”, “Әҙәби мираҫ”, «Тарихи материалдар рубрикаһы», «Әҙәби рубрика», «Фән һәм техника яңылыҡтары»һ.б.

Рәхим итегеҙ!