Китапханала«Башҡортостан ҡыҙы”журналының 11 һаны
Ҡәҙерле китап уҡыусы дуҫтарыбыҙ!Китапханаға«Башҡортостан ҡыҙы”журналының 11 һаны килде.
«Башҡортостан ҡыҙы “Башҡорт телендә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн айлыҡ ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис журнал.
«Башҡортостан ҡыҙы» журналының был һанында:
– Гөлназ Ҡотоеваның «Башҡорт яҙыусылары – Белоруссияла» исемле мәҡәләһе.
–Гөлназ Ҡотоеваның «Йөҙ ҙә бер ғүмерҙә» мәҡәләһе.
– Гөлшат Ҡунафинаның «Башҡорттарҙың һуҡма шәле» мәҡәләһе.
«Башҡорт шәле» тигәндә дебеттән бәйләнгән йомшаҡ шәл күҙ алдына килә. Ә бит борон һуғылған шәл дә киң билдәле булған. Фольклорсы-этнограф, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә БАЙМЫРҘИНА халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, кәсептәрен тергеҙеүгә, оҫталарыбыҙҙы күрһәтеүгә күп көс һала. Ул – билдәле ижади проекттар авторы, милләттәштәребеҙ йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә башҡорт кейемен тергеҙеү һәм өйрәнеү буйынса беренселәрҙән булып экспедициялар һәм оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороусы. Шулай уҡ уңған ханым Өфөлә «Селтәр» башҡорт халыҡ кейеме студияһын етәкләй. Гөлгөнә Вәлит ҡыҙының «Башҡорт һуғылған шәлен эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре» проекты Рәсәй Президенты Грантына лайыҡ булды.
– «Йөҙйәшәр инәй сере» тураһында Альбина Ғөбәйҙуллинаның мәҡәләһен уҡып белерһегеҙ.
“Йөҙ йәшен билдәләгән Мөшәрәфә Мырҙағолова, тәбиғәт матурлығына һоҡланып, тирә-яҡтағы хозурлыҡты күрә һәм үҙ аяҡтарында атлап йөрөй алғанға шөкөр итә. Күҙҙәре һаман да үткер уның, берәй кейем һүтелгәнен күрһә, тиҙ генә тегеп тә ҡуя. Доғаларын уҡып, тәсбих тартып, йәш быуынға – бәхетле ғүмер, тыуған иленә именлек теләп ултыра ул. Асыҡ зиһенле, ипле һүҙле, мөләйем йөҙлө ағинәйҙән аҡһөйәктәргә генә хас ҡупшылыҡ, нескәлек тә сағылып китә. Ә бит яҙмышы һис еңелдән булмаған. Булмышындағы эске мәҙәнилек, тәрбиә, аҡыл оло йәштә лә кешене шулай йәмләй, күрәһең. Әлеге көндә Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында йәшәгән Мәҙинә ҡыҙы ҡурсыуында бәхетле ғүмер итә йөҙйәшәр.”
Шулай уҡ журналда башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә урын алған. Рәхим итегеҙ!Килегеҙ уҡығыҙ!