logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Яҙыусы менән осрашыу

06.12.2023
Дыуан-Мәсетле мәҙәниәт йортонда,яҡташыбыҙ,яҙыусы, Мәүлиҙә Сәфәрғәле ҡыҙы Әхмәтйәнованың яңы сыҡҡан Бабайһыҙ әбейҙәр исемле китабының исем туйы булды.
 Мәүлиҙә Сәфәрғәле ҡыҙы Әхмәтйәнова 1960 йылдың 8 октябрендә Мәсетле районының Теләш ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө моторҙар төҙөү берекмәһендә хеҙмәт юлын башлай. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Мәсәғүт педагогия училищеһында, Мәсетле район гәзитендә, Ямал өлкәһенең Тарко-Сале ҡалаһында мәктәптә эшләй. «Атайыма аҡ эшләпә», «Хуш, пулнамуч» исемле китаптар авторы. «Башҡортостан ҡыҙы», «Шоңҡар» журналдары лауреаты. Хикәйәләре төрлө йылдарҙа «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан йыйынтыҡтарҙа донъя күрҙе, «Бельские просторы», «Северные просторы» журналдарында рус телендә баҫыла.
Мәүлиҙә Сәфәрғәле ҡыҙының“Бабайһыҙ әбейҙәр”  китабында
ауыл тормошон сағылдырған хикәйәләр тупланған. Ауылда тыуып үҫкән кеше өсөн яҡын да, таныш та күренештәр ябай һәм мауыҡтырғыс итеп бәйән ителә.Күптән осрашмаған ауылдашың менән тәбиғәт ҡосағында тыныс ғына әңгәмә ҡорған кеүек.

Был китап, ғөмүмән, ябайлығы, шул уҡ ваҡытта, ваҡиғаларҙың күп төрлөлөгө, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуы менән уҡыусыға тәьҫир итә.

Сәфәрғәле ҡыҙының яңы китабы сығыуы менән ауыл хакимиәте башлығы Айрат Юлай улы ла тәбрикләне һәм ижадында уңыштар теләне.

  Яҙыусы ижады менән таныштырҙы, фәһемле кәңәштәрен еткерҙе, һорауҙарға төплө яуап бирҙе. Китапты ҡулына алып уҡыған китап уҡыусылар үҙҙәренең уй-фекере менән бүлеште, изге теләктәрен еткерҙе.Шулай уҡ  иң ҡыҙыҡлы һорау биреүсе Мәүжиҙә Аллаяроваға  Сәфәргәле ҡыҙы үҙенең бер  хикәйәһе ингән “Әҙәби нағыш” китабын бүләк итте. Осрашыу һуңында автографлы китаптарын алырға теләүселәр күп булды. Был йәнле аралашыу бик әһәмиәтле, күңелдәрҙә тик яҡшы хәтирәләр генә ҡалдырҙы.