logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

“Иң яҡшы китап уҡыусы”конкурсы һөҙөмтәләре.

25.12.2023

Быйыл, тәүге тапҡыр  Мәсетле районының Үҙәк китапханаһы, Башҡортостандың Халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы Лауреаты, Башҡортостан республикаһы яҙыусылар Союзы ағзаһы, Дыуан-Мәсетле ауылында тыуып үҫкән Ринат Камал ойошторған «Иң яҡшы китап уҡыусы” конкурсын ойошторҙо һәм үткәрҙе.

Конкурс Мәсетле районы китапханаларының әүҙем уҡыусылары араһында уҙғарылды.

Был сараның маҡсаты-уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын әүҙемләштереү, район китапханаларына уҡыусыларҙы йәлеп итеү ине. Иң күп китап уҡыған, иң әүҙем уҡыусылар конкурстың еңеүселәре  тип танылды.Шуныһы ҡыуаныслы еңеүселәр араһында беҙҙең Дыуан-Мәсетле мәктәбендә белем алған уҡыусылар ҙа бар.Улар: 3 урын алыусы-Рамазанова Алина (9 класс) һәм Йосопов Илшат (6 класс),Ринат Камалдың «Ҡурай»романы китабы һәм аҡсалата бүләгенә лайыҡ булдылар.

Хөрмәтле Ринат Әлтәф улына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.Ошолай беҙҙең китапханаларға уҡыусыларҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ иткәне өсөн.Артабан да һеҙгә ижады уңыштар,яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.

Ә,китап уҡыусы дуҫтарыбыҙға бер теләк. Килегеҙ!Уҡығыҙ! Дуҫтарығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙы килтерегеҙ! Иң яҡшы китап  уҡыусы конкурсы дауам итә, район китапханалары һәр ваҡыт уҡыусылар өсөн асыҡ.