logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Китап күргәҙмәһе”Юҡҡа түгелмәгән моңдарым,күҙ нурҙарым…”

10.01.2024

Күренекле башҡорт шағире, яҙыусы, драматург Баязит Бикбайҙың тыуыуына 115 йыл.
Баязит Бикбай (тулы исеме — Баязит Ғаяз улы Бикбаев) 1909 йылдың 9 ғинуарында Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Ҡалта ауылында тыуған. 1929 йылда Ырымбур педагогия техникумын тамамлай.
1932 йылда беренсе шиғырҙар йыйынтығы сыға. Унан һуң бер бер артлы «Урман артында», «Яҡты ер» тигән китаптары донъя күрә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, сәләмәтлеге насар булыу сәбәпле, фронтҡа алынмай. 1941 — 1942 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзына етәкселек итә. Бер үк ваҡытта ул һуғыш йылдары ауазы булып яңғыраған шиғырҙарын яҙа.
1937 йылдан Баязит Бикбай драматургия өлкәһендә бик уңышлы эшләй. Беренсе драма әҫәре — «Ҡарлуғас» 1939 йылда яҙылып бөтә. Унан һуң «Ватан саҡыра», «Бер ғаилә балалары» бер шаршаулы пьесаларын яҙа. Уның 40-тан ашыу китабы баҫылған. Толстой, Тургенев, Горький әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә.

Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» ордендары менән бүләкләнгән. 1970 йылда (үлгәндән һуң) Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

Баязит Бикбай 1968 йылдың 2 сентябрендә вафат була, Өфөнөң мосолмандар зыяратында ерләнгән.
Хәтер
2009 йылда Көйөргәҙе районы хакимиәте Баязит Бикбай исемендәге премия булдыра.
Көйөргәҙе районы Мораптал урта мәктәбенә Баязит Бикбай исеме бирелгән, бында яҙыусының музейы эшләй, ихатаһында бюст ҡуйылған.
Тыуған ауылындағы һәм республиканың башҡа торама пункттарындағы урамдар Б. Бикбай исемен йөрөтә.