Әмир Иҙрис улы Чанышевтың тыуыуына 115 йыл
Башҡорт яҙыусыһы Әмир Иҙрис улы Чанышевтың тыуыуына 115 йыл. Ғалим-әҙәбиәт белгесе, яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы,1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Филология фәндәре кандидаты (1949), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры, дәреслектәр авторының ижады һәм китаптары менән беҙҙең китапханала танышырға мөмкин. Рәхим итегеҙ!
Әмир Иҙрис улы Чанышев 1909 йылдың 15 ғинуарында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Бреды районы) Байтуҡ (Петропавловский) ауылында тыуа. Йәшләй етем ҡала һәм Орск ҡалаһындағы балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924 йылдан Өфөләге Ленин исемендәге интернат-мәктәптә уҡый.
1928—1932 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Артабан Мәскәүҙә аспирантура бөтөргәс, шул институтҡа уҡытыусы булып ҡайта.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Салауат Юлаев исемендәге Башҡорт артиллерия полкы сафында Прагаға тиклем юл үтә. 1945 йылдан алып янынан Башҡорт дәүләт педагогия институтында, 1957 йылдан башлап Башҡорт дәүләт университетында доцент. Шулай уҡ — профессиональ яҙыусы.
Тәүге хикәйәһе («Юлда») 1930 йылда баҫыла. Бынан һун уның «Әнтүк» (1935), «Кавказ хикәйәләре» (1940), «Хикәйәләр» (1948), «Тауҙар, үҙәндәр» (1971) тигән китаптары сыҡты. Әмир Чаныш башҡорт урта мәктәптәре өсөн стабиль дәреслектәр төҙәүҙә ҡатнашты. Әҙәби тәнҡит өлкәһендә лә 1930-сы йылдарҙан бирле эшләй. «Күк күкрәтеп, ер тетрәтеп» исемле повесть һәм «Саңҡ-саңҡ игә Ирәндек бөркөтө» тигән роман ижад итте.