Китап күргәҙмәһе”Муса Сиражи поэзияһы”
Муса Сиражи, Сиражетдинов Муса Шәрәфетдин улы (1 февраль 1939 йыл — 14 сентябрь 2019 йыл) —
Башҡорт яҙыусыһы, журналист, йәмәғәтсе ,Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР‑ының (1989) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2003)Сиражетдинов Муса Шәрәфетдин улының тыуыуына 85 йыл.
Ул,1939 йылдын 1 февралендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Төпкилде ауылында крәҫтиән ғәиләһендә тыуған.
Ҡандраның 2-се мәктәбендә урта белем ала һәм шунда уҡ ике йыл уҡытыусы булып эшләй. 1958 йылдан 1963 йылға тиклем Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. БДУ-ны тамамлағас, «Кызыл тан» гәзитендә, аҙаҡ Башҡортостан китап нәшриәтендә редактор, Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби консультант вазифаһын башҡара. 1971—1973 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.
БДУ-ла уҡыған сағында яҙыша башлай, әҫәрҙәре урындағы баҫмаларҙа баҫыла. 1966 йылда «Осрашыу» исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Муса Сиражи шиғырҙар, хикәйәләр, телефильмдарға сценарийҙәр яҙа. Унын әҫәрҙәре рус, украин, ҡаҙаҡ, үзбәк, латыш, немец һәм сыуаш телдәренә тәржемә ителгән. Шиғырҙарына көйҙәр яҙылған (Ай көйө”, «Билдәһеҙ һалдатҡа», «Өфө — минен йырым», «Ғашиҡ күҙҙәр», «Минен һағыш — мөхәббәт», «Аҡҡоштар», «Тан ҡыҙы», «Һаубуллашыу», «Һинен һөйөүен менән мәнгелек мин», «Бәли-бәү», «Сәнгелдәк йыры»). Шағирҙар Ғ. Тукайҙын, М. Йәлилден, Ф. Каримден, ғалим Гәзи Кашшафтын тормошо һәм ижады тураһында ул яҙған мәҡәләләр билдәле. Салауат Юлаевҡа «Бейеклектәр әйҙәүе» поэмаһын арнаған.
Беҙҙең китапханала ойошторолған “Муса Сиражи поэзияһы”күргәҙмәһендә уның “Ер һәм йыр”,” Ағиҙелем-моңдашым”,”Һалдат мөхәббәте”,Йырым һинең хаҡта “исемле китаптары бар.Рәхим итегеҙ!