logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Кескәйҙәр өсөн яңы китаптар килде!

05.02.2024

Хөрмәтле дуҫтар,китапханаға кескәйҙәр өсөн яңы китаптар килде!

Китап – кешелек өсөн борондан уйлап сығарылған нәмә. Кешеләр уның ярҙамында файҙалы һәм мөһим мәғлүмәтте яҙған, һаҡлаған. Кескәйҙәр өсөн китап – дуҫ һәм тәрбиәсе.

 

Ринат Хәйриҙең “Һөйөнсө”исемле шиғырҙар китабы.    Шағирҙың әҫәрҙәрендә балалар донъяһы ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп һүрәтләнә.

 

 

 

 

 

 

Гүзәл Ситдиҡованың “Балапандар күккә ынтыла”китабы.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡованың был йыйынтығына мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән шиғырҙар, энциклопедик әкиәттәр ингән.

 

 

Хәлил Һөйөндөковтың “Изгелек” тип аталған китабында хикәйәләр һәм әкиәттәр тупланған.

Зирәк аҡыллы, тормошҡа етди ҡарашлы, ярҙамсыл, изгелексән йәш үҫмерҙәрҙең төрлө хәл-ваҡиғалар солғанышында юғалып ҡалмауы тураһында тасуирлана был китапҡа ингән әҫәрҙәрҙә.

 

 

 Гөлнур  Шәрипова «Дуҫлыҡ көсө»  китабы.

Был йыйынтыҡҡа уның  балалар өсөн әкиәт, хикәйәләре индерелгән.

 

 

 

«Иң тәмле нәмә» – ижекләп уҡыу өсөн китап.           Башҡорт халыҡ әкиәтендә ярлы ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән ҡыҙҙың иң тәмле нәмә итеп һыуҙы һайлауы бәйән ителә.