logo
МАУ "Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система"
Дуван-Мечетлинский библиотечный филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Шиғриәт һөйөүселәргә яңы китаптар.

06.02.2024

Хөрмәтле дуҫтар!

Шиғриәт һөйөүселәр өсөн  билдәле шағирҙарыбыҙҙың     яңы йыйынтыҡтарының баҫмаларын тәҡдим итәбеҙ.

Рәхим итегеҙ беҙҙең китапханаға!

 

Зөлфира Сөләймәнова”Еҙемемә серҙәр һөйләйем”шиғырҙар китабы.

Шағирәнең был  китабында мәңгелек төшөнсәләрҙе сағылдырып, иң изге, саф хистәрҙән туҡылған ижад емештәрендә  йөрәк ауазы ишетелгәндәй.

Гөлфиә Юнысова. “ Рәхмәт, яҙмыш!”

 Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың был китабына әҙибәнең яңы шиғырҙары менән бергә төрлө йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәре лә индерелгән. Йыр шиғырҙары һәм нескә тойғоларға, үҙенсәлекле образдарға бай лирик һәм фәлсәфәүи ижад емештәре авторҙың был йыйынтығында ла төп урындарҙы биләй.

 

 

 

Миңлегөл Хисамова. “Яҙмышым усағы” шиғырҙар.

Билдәле шағирә Миңлегөл Хисамованың был йыйынтығына өр-яңы шиғырҙары һәм поэмалары индерелде. Поэмаларында ябай ауыл хеҙмәтсәндәренең һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн көрәше һүрәтләнһә, шиғырҙарында мөхәббәт, әхлаҡи сафлыҡ, намыҫ, мәрхәмәтлелек темаһы сағылыш тапҡан.