logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Китапханала яңы китаптар.

07.02.2024

 

  Хөрмәтле китап уҡырға яратыусы дуҫтарыбыҙ,һеҙҙе гүзәл заттар араһындағы алдынғы ҡарашлы, рухлы  ҡәләм оҫталарының яңы китаптары менән таныштырабыҙ.

 

 

 

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваның «Донъялыр был…» хикәйәләр һәм эсселар китабы. Китапҡа төрлө йылдарҙа яҙылған 23 хикәйә һәм уның тормошо һәм ижад юлы тураһында автобиографик эссе ингән.                                                                                                                                                         Бәләкәй проза авторҙың тормош күҙәтеүҙәре менән ҡыҙыҡлы, хикәйәләре эмоциональ, лирик-драматик. Уларҙа тормош хәҡиҡәте һәм фантазия, тормош һәм үлем фәлсәфәһе сағыла.

 

 

Күренекле прозаик, шағирә, тәржемәсе һәм публицист, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлнур Яҡупованың”Һайланма әҫәрҙәр” китабының  2 томы.             Был томда башҡорт прозаһының кимәлен билдәләүсе, милли рух, тәрән фәлсәфә, тел маһирлығы, заман заңы менән һуғарылған повестары һәм хикәйәләре тупланған .

Сафина Әклимә Ғәзи Ҡыҙы  Башҡорт, рәсәй яҙыусы-прозаигы, шағирә, публицист, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре Сафина Әклимә Ғәзи Ҡыҙының “Хикмәтле хат” китабы.                                                                                                  Баҫмаға  ингән “Хикмәтле хат” тип аталған повеста ауыр һуғыш йылдарында ауылда барған хәл-ваҡиғалар һүрәтләнә, “Матур һәм мәңгелек йәшәү” документаль повесында Учалы районы Сәфәр ауылынан Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлиндең тормошо һәм батырлыҡтары хаҡында бәйән ителә. Баҫма өлкән йәштәге мәктәп балалары өсөн тәғәйенләнгән.

Билдәле журналист, шағирә һәм прозаик Миләүшә Ҡаһарманованың «Зәңгәр төймә» исемле китабы.Китапҡа өс повесть һәм тиҫтәнән ашыу хикәйә ингән.Уларҙың һәр береһедә үҙенсәлекле геройҙарҙың яҙмышы ҡыҙыҡлы сюжеттарға үрелеп бар.Халҡыбыҙҙың тарихи үткәне лә.бөгөгө көнө лә,мөхәббәт эпопеяһы ла,фольклор мотивтары ла,яйлы ғына урын тапҡан бында.

 

 

 

Ләйсән Сәлимова-Исҡужинаның “Өмөтдар” исемле  тәүге китабы.Повеста ике әхирәттең мажаралы тормошо һүрәтләнә.Мөкиббән китеп китаптарға ғашиҡ ҡыҙҙар,романдарҙа яҙылған бәхеткә өмөт итеп,көтөлмәгән аҙымдар яһай,мөхәббәт хаҡына выждан тауышын баҫып,хаталар аша алға атлай.