logo
МАУ "Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система"
Дуван-Мечетлинский библиотечный филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Китапханала – яңы баҫмалар

13.02.2024

Ҡәҙерле китап уҡыусыларыбыҙ!
Беҙҙең китапхана Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан яңы китаптар менән йәнә  байыны.
Рәхим итегеҙ, алығыҙ, уҡығыҙ!

 

 

 

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2022). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998) һәм садауат Юлаев исемендәге премияһы  лауреаты (2010).Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты (2002) Камалов Ринат Әлтәф улының ” Ҡурай ”  һәм  ” Һайланма әҫәрҙәр “китабының  1 томы беҙҙең китапханала.

” Ҡурай “китабында: Уҙенең оҙон ғүмер юлында халыҡ уны совет дәүеренә килтереп еткерһә лә, эшем эйәләре -академия турәләре, консерватория әһелдәре ҡурайҙы һанламай, бүтән Европа уйын ҡоралдарына тиңләмәй,институт тупһаларына баҫтырмай йөрөнө, уҡытыу пландарына ла индермәнеләр – йәнәһе, ул халык уйын ҡоралы ғына, фольклор емеше… Гәрсә ҡурай бирешмәй, һаман сәхнә турҙәренән төшмәй…

” Һайланма әҫәрҙәр “китабының  1 томыда   Сентиментальный роман “Таня-Таңһылыу” һәм повестар ингән..

 

 

 

 

 

 

 Яҙыусы, драматург,шағир , Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011), Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993) Ғәйетбаев Наил Әсхәт  улының “Бабич”исемле китабы.

“Бабич” – башҡорт халҡының бөйөк улы Шәйехзада Бабич хаҡындағы тәүге күләмле әҫәр. Бабич образы быға тиклем күп әҫәрҙәрҙә шағир булараҡ ҡына һүрәтләнә. Ә Бабич шағир ғына булмаған бит! Ул дәүләт эшмәкәре, музыкант, мөхәррир, оҫта артист булыу өҫтөнә, бейеүҙәр һалған, концерттар ойошторған күп яҡлы талант эйәһе. Был романда автор Бабичтың төрлө һәләттәрен асып, уны бай рухлы, көслө шәхес, көрәшсе, оҫта сәйәсмән итеп күрһәтә. Шулай уҡ әҫәрҙең башынан аҙағынаса Бабичтың ҡаҙаҡ һылыуына булған тулҡынландырғыс, тәрән һәм фажиғәле мөхәббәт тарихы ла һүрәтләнә. Тарихи-мажаралы «Бабич» романы Башҡортостан Республикаһын ойоштороу осорондағы ысын булған ваҡиғаларға таянып яҙылған.

Башҡорт  журналисы, яҙыусы, рәсәйҙең  һәм башҡортостан Республикаһының Журналистар (1993) һәм Яҙыусылар союздары (2002) ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1995) Рәлис Ураҙғоловтың “Һуңғы йәйләү” исемле китабы.
Яҙыусының  ижадын үҙ күргән әҙәбиәт һөйөүселәргә уның “Һуңғы йәйләү” исемле китабын алып уҡырға тәҡдим итәбеҙ. Исеменән үк күренеүенсә, эстәлеге боронғо йәйләү осороноң һуңғы көндәре тураһында. Асылы иһә М. Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк” һүҙҙәрҙенә ауаздаш. Ғилем аша ғына үҙ еребеҙгә, илебеҙгә хужа була аласаҡбыҙ, тип әйтергә теләй яҙыусы.
Китапҡа шулай уҡ “Оҫта” тип аталған повесы һәм “Өс башаҡ”, “Даға”, “Көлсә” һәм башҡа ҡыҙыҡлы хикәйәләре тупланған.

 

Күренекле яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сабир Шәриповтың “Һайланма әҫәрҙәр”енең 1-се томы.

Яңы баҫмала  әҙиптең “Хушлашмайым” тип аталған романы һәм “Ҡолонташ” исемле повесы индерелде.Романда атаҡлы БАМ-ды төҙөгән һалдаттар менән офицерҙарҙың 70-се йылдарҙағы тормошо һүрәтләнһә, “Ҡолонташ” повесында хәҙерге заман урмансылар көнкүреше һәм әлеге осорға бәйле актуаль проблемалар ҡуйыла.