logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Китапханаға бүләккә-яңы китап!

14.02.2024

Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветераны, яҡташыбыҙ Иҫке Мишәр ауылының лайыҡлы гражданины Камалов Мөхәмәтнур Раһип улы беҙҙең китапханаға үҙенең “Афғанстан көндәлегенән” исемле китабын бүләк итте.

Китапта автор үҙе хеҙмәт иткән осор ваҡытындағы хәл ваҡиғаларҙың ҡайһы берҙәрен бәйән итә.Мәҫәлән “Тотҡонда”исемле хикәйәһендә нисек итеп хеҙмәттәше менән тотҡонға эләгеүен һәм күпме ауырлыҡтар аша үтеүҙәре тураһында яҙа.Тағы ла китапҡа “Студент.Засада”,“Ҡасыу”,”Сарброздар араһындағы дошман”,”Йылан”,”Шакалдар”исемле хикәйәләре  ингән.Рәхим итегеҙ!Килегеҙ,алып уҡығыҙ!