logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Китапханала“АҒИҘЕЛ”журналдары

17.02.2024

Хөрмәтле китап уҡыусы дуҫтарыбыҙ !

Һеҙҙе,китапханаға «Ағиҙел» журналының  2023 йылғы -10,11,12 һандары менән танышырға саҡырабыҙ.                                    “АҒИҘЕЛ” төп әҙәби-нәфис һәм публицистик башҡорт журналдарының береһе. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Яҙыусылар союзы һәм редакция коллективы. “Ағиҙел” журналы башҡорт телендә сыға.Тиражы — 1826 дана.

1923 й. мартынан “Яңы юл” исеме м‑н БашҮБК, БАССР ХКС‑ы, БАССР мәғарифы ХК һәм Башҡ‑н профсоюздары өлкә советы органы булараҡ нәшер ителә башлай. 1924 й. апр. “Белем” ж. м‑н берләшә. 1927 й. алып тағы ла үҙ аллы булып китә һәм “Сәсән” исеме м‑н сыға, 1930 й. башлап “Яңылыҡ” ж. м‑н берләшкәндән һуң — “Үктәбер”, 1949 й. — “Әҙәби Башҡортостан”, 1961 й. — хәҙ. исемен йөрөтә. 1941—46 йй. нәшер ителмәй. 90‑сы йй. уртаһына тиклем респ. берҙән‑бер әҙәби журнал була.

Журнал биттәрендә Башҡортостан яҙыусыларының яңы әҫәрҙәре һәм ғалимдарҙың әҙәбиәт ғилеме хеҙмәттәре менән бер рәттән республиканың сәйәси, социаль һәм иҡтисади хәле, фәнде, мәҙәниәтте, мәғарифты үҫтереү тураһында материалдар даими баҫылып тора. Төп рубрикалары: “Шиғриәт”, “Сәсмә әҫәрҙәр”, “Әҙәби тәнҡит”, “Публицистика”, “Сәнғәт”, “Әҙәби мираҫ”, «Тарихи материалдар рубрикаһы», «Әҙәби рубрика», «Фән һәм техника яңылыҡтары»һ.б.

Рәхим итегеҙ!