logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Китапханала «Ағиҙел» журналының 1 һаны(2024 йыл)

19.02.2024

Хөрмәтле китап уҡыусы дуҫтарыбыҙ !

Һеҙҙе,китапханаға «Ағиҙел» журналының  2024 йылдағы 1 һаны менән танышырға саҡырабыҙ.                                                                                            “АҒИҘЕЛ” төп әҙәби-нәфис һәм публицистик башҡорт журналдарының береһе. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Яҙыусылар союзы һәм редакция коллективы. “Ағиҙел” журналы башҡорт телендә сыға.Тиражы — 1826 дана.

Журнал биттәрендә Башҡортостан яҙыусыларының яңы әҫәрҙәре һәм ғалимдарҙың әҙәбиәт ғилеме хеҙмәттәре менән бер рәттән республиканың сәйәси, социаль һәм иҡтисади хәле, фәнде, мәҙәниәтте, мәғарифты үҫтереү тураһында материалдар даими баҫылып тора. Төп рубрикалары: “Шиғриәт”, “Сәсмә әҫәрҙәр”, “Әҙәби тәнҡит”, “Публицистика”, “Сәнғәт”, “Әҙәби мираҫ”, «Тарихи материалдар рубрикаһы», «Әҙәби рубрика», «Фән һәм техника яңылыҡтары»һ.б.

Был һанда:

“Сәсмә әҫәрҙәр”рубрикаһында: Г.Ситдиҡованың “Антоновка еҫе “повесы һәм яҡташыбыҙ Мәүлиҙә Әхмәтйәнованың “Мәскәү ҡыҙы ” романы (башы).

“Шиғриәт”рубрикаһында:Г.Ҡотоеваның “Сик” поэмаһы,З.Гәлләмованың “Күктә бөгөн фәрештәләр илй…  Ҡоштар туҡтанылар һайрауҙан” шиғырҙар шәлкеме.

Беҙҙең юбилярҙар рубрикаһында:Мар.Сәлим.Йылмайып көлөп кенә.(шаярыу ҡатыш ысын булмыш).

Ҡәҙер һәм хәтер рубрикаһында:Гөлнара Абрафиҡова- Ғарипова.Бай ижади мираҫ ҡалдырған бөйөк мәғрифәтсе (ризаитдин Фәхретдиновтың тыуыуына 165 йыл тулыуға ҡарата мәҡәләһе).

Донъяның режиссеры булам рубрикаһында: Әхмәр Ғүмәр -Үтәбай.Еңел йәшәйем тиһәң,үтә ауырҙы күтәр.

Әҙип тормошонда рубрикаһында:Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева.Ғүмер үҙе-фәһемле һәм моңло шиғриәт ул.(Хәтирәләр,уйланыуҙар)

Дуҫлыҡ күпере рубрикаһында: Гөлсөн Чарыева.Фарәғи хыял иткән һоҡландырғыс көн тыуҙы.

Балалар әҙәбиәте рубрикаһында:Урал Ҡолошов.Үлемһеҙлек серен асҡан халыҡ.Риүәйәт.

Журнал уҡыусылар ижады рубрикаһында:Гөлнур Шәрипова.Һары майҙың ҡөҙрәте.Хикәйә.

Беҙҙең календарь рубрикаһында:Төхвәт Йәнәби һәм Нурислам Шәйхулов тураһында мәғлүмәт.