logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Китап күргәҙмәһе”21февраль-Халыҡ-ара туған тел көнө”

20.02.2024

21 февралдә бөтә донъяла халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Байрам датаһы 1999 йылдың 17 ноябрендә ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһы тарафынан билдәләнә.Был байрам мәҙәни һәм тел төрлөлөгөнә һәм күп теллелегенә булышлыҡ итеү, халыҡ мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелә. ЮНЕСКО баһалауынса, бөгөнгө көндә 6 мең тел үҙенең һуңғы һөйләшеүселәрен юғалтырға мөмкин. Байрам датаһы планетаның бәләкәй халыҡтарының мәҙәни һәм тел традицияларына һаҡсыл һәм түҙемле ҡарарға, үҙ-ара аңлашыуҙы һәм теләктәшлекте нығытырға саҡыра.

Һәр халыҡтың теле үҙенсәлекле һәм милләттең менталитетын һәм традицияларын сағылдыра. Тел-ул аралашыу сараһы ғына түгел, ул мәҙәни ҡиммәттәрҙе тапшырыу сараһы, рухи мираҫты үҫтереү һәм һаҡлау ҡоралы.

Китапханала был әһәмиәтле датаға китап күргәҙмәһе биҙәлгән, унда телмәр мәҙәниәте буйынса баҫмалар, туған һүҙгә арналған төрлө һүҙлектәр, белешмәләр, шулай уҡ фольклор буйынса әҙәбиәт: мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар, әкиәттәр менән китаптар тәҡдим ителгән.