logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

“Илдең терәге ир- егет,ғаилә терәге-атай”

22.02.2024

Бөгөн мәҙәниәт йортонда(көндөң  һәм мәҙәниәт йортоноң һалҡын булыуына ҡарамай) Ватанды һаҡлаусылар көнөнө арналган “Илдең терәге ир- егет,ғаилә терәге-атай”кисәһе булып уҙҙы.Ауылыбыҙҙың абруйлы, хөрмәтле ир-егеттәре, ағайҙары үҙҙәренең зирәклектәрен,тапҡырлыҡтарын,сослоҡтарын,етеҙлектәрен,төрлө конкурстарҙа һынап ҡаранылар. Ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр,тарихи ваҡиғалар менән уртаҡлаштылар һәм әле лә йәш егеттәрсә көс,дармандарының кәмемәүен иҫбатланылар.Кисәбеҙгә килгән ир –егеттәребеҙҙе,аҡһаҡалдарыбыҙҙы ауыл хакимиәте исеменән Ира Мөхәмәт ҡыҙы ҡотланы һәм изге теләктәрен белдерҙе.Шулай уҡ Зилә Рәхимова Һәм Гөлназ  Ибрагимова матур йырҙарын бүләк иттеләр. Байрам барыһының да күңеленә хуш килде. Байрам менән хөрмәтле ир-егеттәр!