“Әлләсе” өҫтәл уйыны
2017 йылдан Башҡортостан Республикаһында 1 март Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән Башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан ителде. Байрам башҡорт халҡының ғаилә традицияларын, ғаилә ҡиммәттәрен, телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән.
Ошо матур көнгә арнап һәм йәш быуынға матур тәрбиә биреү,сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу,телебеҙҙе,милләтебеҙҙе,ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау маҡсатында “Әлләсе” өҫтәл уйыны уҙғарылды. Уйындың шарттары буйынса ғаилә ағзалары сират буйынса,1 минут эсендә командаһына кәрттә яҙылған һүҙҙе ярҙамсы һүҙҙәр ярҙамында аңлатып әйттерергә тейеш.Был уйында тел байлығы ла,зирәклек тә,хәтер ҙә,етеҙлек тә,бере-береңде ярты һүҙҙән аңлау ҙа талап ителә.Уйын бик күңелле үтте,музыкаль яҡтан уйынды Данис Галимов һәм йырсы апайҙарыбыҙ биҙәне.Илебеҙ тыныс булып,ғаиләләр тулы ,татыу,сәләмәт булһындар.