logo
МАУ "Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система"
Дуван-Мечетлинский библиотечный филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе Гәрәев Йософ Ибраһим улының тыуыуына 120 йыл

07.03.2024

Гәрәев Йософ Ибраһим улы 1904 йылдың 7 мартында Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе(Базғыя) ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Ике йыл Шаран мәктәбендә, унан һуң Бәләбәйҙә уҡытыусылар семинарияһында укый.

1923 йылдан башлап Бәләбәй кантонының Саҡмағош, Баҡалы улустары ауыл мәктәптәрендә уҡыта,1928—1929 йылдарҙа Бәләбәй кантоны халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы булып эшләй. Эшсе-Кәрҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1931—1936 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Мәғариф халыҡ комиссариатының инспектор-методисы.1936 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты уҡытыусыһы.1937—1939 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзының яуаплы сәркәтибе.1940 йылда ҡулға алына һәм репрессияға дусар ителә. 1950 йылға тиклем тотҡонлоҡта тотолған. 1957 йылда аҡлана. 1958 йылда Өфөгә килә.

1925 йылда Йософ Гәрәйҙең тәүге шиғырҙары республика гәзиттәрендә донъя күрә. Шиғырҙарында илебеҙ үҫешен, индустриалләштереүҙең тиҙ темпын һәм колхоз хәрәкәтен тасуирлай.1932 йылда уның «Тимер» тип аталған беренсе китабы баҫылып сыға.«Гөләйфә» поэмаһында аталарының яңы тормош өсөн көрәшен дауам итеүсе йәш быуын тураһында һөйләй. «Батырҙар осоуы», «Бәхет биргәнеңә, рәхмәт, илем» йыйынтыҡтарына ингән шиғырҙарын үҙ заманы ваҡиғаларына бағышланған.

1963 йылда Башҡортостанда Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған тәүге ҡатын-ҡыҙға арналған «Банат Батырова» документаль повесын яҙа.

Балалар өсөн Йософ Гәрәй ундан артыҡ китап яҙа:                                                                                                   «Көсөк нисек өрөргә өйрәнде» (1963), урыҫ теленә тәржемәһе — «Как щенок научился лаять» (1975).«Зирәк ҡуян» (1969) — «Мудрый заяц»)«По щучьему велению» ,«Телле сәскәләр» (1977) — «Говорящие цветы» һ. б.      «Йәйғор аша» (1974) — «Сквозь радугу») һәм «Яҡташтарға хат» (1984) — «Письмо землякам») йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәренә фәлсәфә һәм кешелеклек хас.

Шиғыр һәм проза әҫәрҙәре яҙыу менән бергә, Йософ Гәрәй тәржемә эше менән дә шөғөлләнә. Уның тәржемәһендә А. С. Пушкин, Н. В. Гоголь, И. А. Гончаров, А. П. Чехов, А. М. Горький, Д. А. Фурманов, В. Гюго, С. Я. Маршак һәм башка яҙыусыларҙың әҫәрҙәре башҡорт телендә айырым китап булып баҫылып сыҡты.

Шулай уҡ Йософ Гәрәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса яңы дәреслектәр, программалар һәм методик ҡулланмалар әҙерләүҙә ҡатнаша.1971 йылда Йософ Гәрәйҙең һүҙҙәрҙең килеп сығышын аңлатҡан, этимология мәсьәләләре буйынса тикшеренеүгә арналған «Был һүҙҙәр ҡайҙан?» китабы донъя күрә.

1988 йылдың 22 мартында Өфөлә вафат булған, тыуған төбәгендә ерләнгән.