logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Илһам шишмәләре-2024

29.03.2024

Бөгөн, 29 мартта, Үҙәк район китапханаһында йыл һайын үткәрелеп килгән «Илһам шишмәләре – 2024» район ижадсылар конкурсы үтте.Конкурс  Башҡортостан Республикаһында  Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән  кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылына һәм Рәсәй Федерацияһында Ғаилә йылына арналды һәм яңы талантлы әҙәбиәтселәрҙе асыҡлау һәм уларҙың ижади үҫешен асыу маҡсатында үткәрелде.

Яңы яҙыусыларҙың эштәрен шағирә, башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй федерацияһы яҙыусылар союзы ағзаһы Гөлсирә Мазһар ҡыҙы Шафиҡова, Район мәғариф бүлеге методисы Венера Иҙелман ҡыҙы Шафиҡова, мөхәррир урынбаҫары Ғәниева Зөһрә Фрат ҡыҙы, яҙыусы, педагогик хеҙмәт ветераны Шәйхисламова Венера Ахун ҡыҙы баһаланы. Талантлы ижадсылар жюри хөкөмөнә үҙҙәренең  тыуған яҡҡа, бәләкәй ватанға, ғаиләгә һөйөү, өлкән быуынға хөрмәт, ватансылыҡ һәм яҡташтары өсөн ғорурлыҡ менән һуғарылған шиғырҙарын, проза әҫәрҙәрен тәҡдим итте.

Үҙәк район китапханаһы директоры Светлана Таһир ҡыҙы Ғәлимова конкурста ҡатнашыусыларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Шәйхисламова Венера Ахун ҡыҙы Үҙәк район китапханаһына үҙенең китаптарын бүләк итте. Ә, «Мәсетле тормошо» район гәзите редакцияһының махсус  бүләген  Ғәниева Зөһрә Фрат ҡыҙы Әхмәтшина Земфира Мөхәмәт ҡыҙына тапшырҙы.

Конкурс йомғаҡтары буйынса «Проза» номинацияһында I дәрәжә Лауреаты исемен – Нурыева Сария Шамил ҡыҙы (Яңы Мөслим ауылы)яуланы, II дәрәжә Лауреат исеменә  – Фәйзрахманова Сажиҙә Әғзәм ҡыҙы (Әбдрәхим ауылы) лайыҡ булды һәм III дәрәжә Лауреат исемен – Фазылова Лена Рауил ҡыҙы (Йыланыш ауылы)яуланы. «Шиғриәт» номинацияһында I дәрәжә Лауреат – Нурыев Наил Рафиҡ улы (яңы Мөслим ауылы), II дәрәжә Лауреат Ҡәйүмова Дания Данис ҡыҙы (Яңы Мөслим Ауылы),III дәрәжә Лауреат Ғәлимова Зәлифә Нурый ҡыҙы (Тайыш ауылы). Уҡыусылар араһында берҙән-бер ҡатнашыусы Мөхәмәтова Ралина (Әбдрәхим ауылы)) м0т номинацияһында дипломға лайыҡ була.

Үҙәк район китапханаһы директоры Светлана Таһир ҡыҙы Ғәлимова һәм жюри ағзалары авторҙарға ҡаҙаныштарында туҡтап ҡалмаҫҡа  һәм киләсәктә лә  ошондай сараларҙа ҡатнашырға  һәм үҫеп килеүсе йәш быуын әүҙемерәк ҡатнашыр тигән өмөт белдерҙе.Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ла ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!