logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Риф МИФТАХОВТЫҢ тыуыуына – 85 йыл

17.09.2024

17 сентябрь шағир, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Риф МИФТАХОВТЫҢ тыуыуына – 85 йыл ( 1939 –2020)

Мифтахов Риф Фәйзрахман улы (17 сентябрь 1939 йыл — 22 апрель 2020 йыл) — башҡорт шағиры, журналист, тәржемәсе. 1976 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар, 1970 йылдан — Журналистар союздары, 1997 йылдан —Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).

Биографияһы

Риф Фәйзрахман улы Мифтахов 1939 йылдың 17 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Ишембай районы Кинйәбулат ауылында тыуған. Ауылында башланғыс һәм күршеләге Байғужа ете йыллыҡ мәктәптәрендә уҡый, 1958 йылда Ишембайҙа 3-сө башҡорт урта мәктәп-интернатын (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатын) тамамлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. 1968—1974 йылдарҙа — Башҡортостан китап нәшриәтендә, һуңынан «Совет Башҡортостаны» (бөгөн «Башҡортостан» гәзитендә, «Ағиҙел» журналында эшләй, «Башҡортостан ҡыҙы» журналында мөхәррир урынбаҫары, «Һәнәк» журналы редакцияһында әҙәбиәт бүлеге мөдире вазифаларын башҡара.

Әҙип 2020 йылдың 22 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат булды.

Ижади эшмәкәрлеге

Риф Мифтахов мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ ижад менән шөғөлләнә башлай. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән йәш шағир «Өскөл хаттар» тигән тәүге йыйынтығында хәрби тематиканы тәүге урынға ҡуя, артабанғы йылдарҙа донъя күргән китаптары уның яңы йүнәлештәге талантын бик тә асыҡ күрһәтә. Ул 1976 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Уның тиҫтәләгән шиғырҙарын композиторҙар үҙ иткән һәм күп кенә популяр башҡарыусыларҙың репертуарында ныҡлы урын алған һәм радио, телевизорҙан даими яңғыраған йырҙар ижад иткән. Әҙип прозала ла уңышлы ижад итә: «Күҙ йәштәре», «Юл күрһәтеүсе йондоҙ» исемле повестарының, тиҫтәләгән хикәйәләренең уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителеүе, улар тураһында тәнҡитселәрҙең тик ыңғай фекер әйтеүе бының асыҡ миҫалы.

Риф Мифтахов шулай уҡ республикала юмор һәм сатира өлкәһендә лә әүҙем эшләүсе шағир булып танылды, тәржемә менән дә даими шөғөлләнә. Ул илебеҙҙең совет осорондағы күренекле һүҙ оҫталары Александр Блок, Евгений Евтушенко, Михаил Исаковский, Давид Кугултинов, Михаил Львов, Владимир Фирсов кеүек рус һәм СССР-ҙың башҡа халыҡтарының билдәле шағирҙарының күп әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итте. Яҙыусы башҡорт шағиры, 2004 йылда Салауат Юлаев исемендәге премияһына лайыҡ булған әҙип Рәшит Назаровтың тормошон һәм үҙенсәлекле, башҡорт шағриәтендә айырым урын алған бай ижадын өйрәнеүгә күп көс һалды: яҙмыш ҡушыуы буйынса ҡаты ауырыуға дусар булған ижадсының әҫәрҙәрен барлап, үҙенең баш һүҙе менән ике томлыҡ йыйынтыҡта халыҡҡа еткерҙе. Шуға ла Риф Мифтаховтың үҙенең Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнеүе уның шәхси ижадына ғына түгел, ҡәләмдәше әҫәрҙәрен дә юғалтыуҙан һаҡлап ҡалғаны өсөн ниндәйҙер дәрәжәлә оло һәм ваҡытлы баһа булды тип һанарға кәрәк. Нескә күңелле лирик шағир Риф Мифтаховтың үҙҙәренән-үҙҙәре йырлап торған бихисап шиғырҙарына танылған композиторҙар Нур Дауытов, Мөфтәдин Ғиләжев һәм башҡалар популяр йырҙар яҙған.

Китаптары

Өскөл хаттар: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1972. — 80 бит.

Тормош ағасы: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. — 88 бит.

Уртаҡлашыр серҙәр: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1979. — 64 бит.

Ябай мөғжизә: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. — 111 бит.

Простое чудо: Стихи. — М.: Современник, 1983. — 72 стр.

Батыр егет ил күрке. Шиғырҙар, поэма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986. — 112 бит.

Күҙ йәштәре: Повесть, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 1992. — 240 бит.

Мөхәббәт уты: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2002. — бит.

Ғишыҡ тотоу-ут йотыу: Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2006. — бит.

Арғымаҡ сапһын оҙаҡ: Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2011. — бит.

Саҡма осҡондары: Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2014. — бит.

Беҙҙең китапханала ла уның тиҫтәгә яҡын китаптары һаҡлана.Килегеҙ,уҡығыҙ!