logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

“Журналист булып ҡалам”

01.10.2024

Күренекле журналист, яҙыусы, ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, доцент Ризван Закирхан улы Хажиевтың тыуыуына 85 йыл.

Ризван Закирхан улы Хажиев 1939 йылдың 30 сентябрендә Мәсетле районының Һөләймән ауылында тыуған. Ауылында башланғыс белем ала, Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә 1957 йылға тиклем уҡый. Силәбе өлкәһенең Баҡал ҡалаһы һөнәрселек училищеһында паровоз машинисы ярҙамсыһы һөнәрен ала (1959). Училищелә уҡыған ваҡытында уҡ урындағы «Баҡал таусыһы» гәзитенә мәҡәләләр яҙа, баҫманың әүҙем хәбәрсеһенә әйләнә. Армия хеҙмәтен Минск ҡалаһында һәм Венгрияла үтә. Армияла саҡта ла хәрби гәзиттәрҙә тиҫтәләгән һүрәтләмә, репортаждар баҫтыра. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Мәсетле районының «Коммунист» гәзитендә эшләй (1963).

1964 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Төркөм старостаһы итеп тәғәйенләнә. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша: университет ВЛКСМ комитетының — өсөнсө, һуңыраҡ икенсе секретары, тотош уҡыу йорто студенттарының хеҙмәт семестры штабы етәксеһе вазифаларын башҡара.

1969 йылда университетты «ҡыҙыл» дипломға тамамлай. Мәсетле районының Мәләкәҫ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә директор булып эш башлай. Артабан район мәҙәниәт бүлеге мөдире, район гәзите мөхәррире урынбаҫары вазифаларында эшләй.

1974 йылдан «Совет Башкортостаны» гәзитнең Учалы, Белорет һәм Бәрйән райондарын берләштергән эш зонаһында үҙ хәбәрсе, 1981 йылдан — гәзиттең партия тормошо бүлеге мөдире.

1987 йылдан Башҡортостан Журналистар союзының яуаплы секретары, 1990 йылдан — рәйес вазифаларында эшләй. Журналистар союзында эшләгән осорҙа Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия булдырыуға өлгәшә.

1990 йылда БАССР-ҙың 12-се саҡырылыш Юғары советына 226-сы Ләүзә һайлау округынан (Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районы) депутат итеп һайлана. Артабан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты вазифаһында 1995 йылға тиклем эшләй.

1996—1997 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетында уҡыта, факультетта декан урынбаҫары вазифаһын башҡара.

1997 йылдың октябрь айынан 2001 йылға тиклем «Ватандаш» журналының баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.

2013 йылдың 26 октябрендә Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылында вафат була, тыуған төйәге Һөләймән ауылы зыяратында ерләнгән.