Мөнәжәт әйтеүселәрҙең«Иман һүҙе»бәйгеһе
Бына икенсе йыл инде Үҙәк район китапханаһы «Иман һүҙе»мөнәжәт әйтеүселәр бәйгеһен ойоштора.Ошо фәһемле сарала беҙ ҙә ағинәйҙәр менән ҡатнашып ҡайттыҡ.
Мөнәжәт-башҡорт фольклорының иң боронғо һәм популяр лирик жанрҙарының береһе. Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә дини характерҙағы рухи көйҙәрҙе аңлата. Мунажат текстары фәлсәфәүи уйланыуҙар менән һуғарылған һәм ҙур тәрбиәүи ҡиммәткә эйә. Шиғри формала улар айырым кешеләрҙең һәм йәмғиәттең фекерҙәрен, кисерештәрен, тойғоларын еткерә.
Мөнәжәт әйтеүселәрҙе абруйлы жюри составы :Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,”Ҡабырсаҡ” халыҡ фольклор коллективы етәксеһе Әхмәтйәнова Рәсимә Жиянгир ҡыҙы һәм район мәҙәниәт йортоноң ижад жанрҙары буйынса белгесе Вәлиева Лениза Рафаил ҡыҙы баһаланылар.
Жюри ағзаларына баһалау бик ауыр булһа ла, улар башҡарыу оҫталығына, сәхнә образына һәм мөнәжәттең мәғәнәһенә айырыуса иғтибар итте.
Баһалаусы жюри йомғаҡтары буйынса урындар түбәндәге тәртиптә бүленде:
I урын-Әхмәтшина Илүсә Ильяс ҡыҙы (Яңы Мөслим ауылы)
II урын-Дилмөхәмәтова Айһылыу Әбүбәкер ҡыҙы (Ләмәҙтамаҡ а.) һәм Зарипова Мәфрүзә Ғәли ҡыҙы (Дыуан-Мәсетле а.)
III урын-Фәйзрахманова Сажиҙә Әғзәм ҡыҙы (Әбдрәхим ауылы), Фазылова Лена Рауил ҡыҙы (Йыланыш ауылы), Әсбәпова Гөлнәзирә Шафиҡ ҡыҙы(Әзикәй ауылы).
Дыуан-Мәсетле ауылының «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһына махсус бүләк тапшырылды.Шулай уҡ иң оло ағинәйебеҙ Зарипова Мәфрүзә Ғәли ҡыҙына күркәм юбилейы айҡанлы Район ағинәйҙәр ойошмаһынан һәм Район Ҡоролтайы исемненән Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла дипломдар ,ҡатнашыу тураһында сертификаттар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Бәйгене ойошторған Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.