logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

КИТАПХАНАЛА ЯҢЫ КИТАПТАР.

02.12.2024

Хөрмәтле дуҫтар,Дыуан-Мәсетле китапханаһына   яңы китаптар килде.

Китапханаға яңы әҙәбиәт килеүе китапханасылар өсөн дә, уҡыусылар өсөн дә һәр ваҡыт әһәмиәтле ваҡиға булып тора. Ҡыҙыҡлы авторҙар, төрлө жанрҙар китапханаға килеүселәрҙе ҡыуандырасаҡәхим итегеҙ  Дыуан-Мәсетле китапханаһына!


Сәлимов Марсель Шайнур улының “Тауыҡ көлкөһө”китабы

Һайланған-яйланған әҫәрҙәр теҙмәһенең бына ошо икенсе китабына балалар һәм ололар тормошонан алып яҙылған сатира, юмор ғына түгел, халыҡ яҙыусыһының уйынлы-ысынлы тәүлек яҙмалары ла, бала сағында уҡ ижад икән ҡыҙыҡлы повестары һәм хикмәтле хикәйәләре, фәһемле фельетондары менән шаян шиғырҙары һәм дә күңелле-күңелһеҙ күренештәргә бай сәхнә сәхифәләре тупланды.

Рәзинә Зәйнетдинованың”Ҡашлы йөҙөк“китабы.

Рәзинә Зәйнетдинованың ижадында күпселек телде һаҡлау, иманға килеү кеүек бөгөнгө көнгә хас актуаль мәсьәләләр күтәрелә. Фантастика жанрына мөрәжәғәт итеп, киләсәкте күҙаллай, сәйер ваҡиғалар аша геройҙарын аҡылға ултырта. Юморескаларында иһә көлкөлө ваҡиғалар аша тормоштағы кире күренештәрҙе сағылдыра.

“Ҡашлы йөҙөк” – яҙыусының икенсе китабы. Бында авторҙың хикәйәләре һәм повестары индерелде

Рәмил Сурағоловтың “Гөрләшеп йәшәйек әле!китабы.

“Моңдар ҡайтһын ауылға“, ” Эй, хоҙай, иҫәнлек бир!, Әйтмә һин ауыр һүҙ, Аға һыуҙар Һ.б. Башҡортостан һәм Татарстан халҡына яҡшы таныш йырҙар. Был легендар йырҙарҙың һүҙҙәре бер авторға – Рәмил Сурағоловҡа (Рәмил Сурағол) ҡарай. Йыйынтыҡта авторҙың шиғырҙары һәм йырҙары бар.

Хисамов Ғ.А. Һайланма әҫәрҙәр  Т. 1.китабы.

Был китапҡа тупланған романдарҙа бынан йөҙләгән йыл самаһы элек уҙған дәүерҙән башлап ун һигеҙенсе быуатҡа тиклем әлеге Башҡортостан ерҙәрендә булған, йә булыуы ихтимал ваҡиғалар тасуирлана. Әҫәрҙәрҙең төп фекере: халыҡты уның улдары ҙур итә, ә уларҙы халыҡ тыуҙыра һәм, йә бөйөк яһай, йә юҡҡа сығара.

 

“Хәҙерге белорус әҙәбиәте антологияһы”китабы.Төҙөүсеһе Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы.

Был баҫмаға ҡырҡ белорус авторының башҡорт теленә тәржемә ителгән әҫәрҙәре индерелде. Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән.
В “Антологию современной белорусской литературы” вошли произведения сорока известных белорусских авторов в переводе на башкирский язык. Книга адресована широкому кругу читателей.