/ Новости / “Туған телем – башҡорт теле” китап күргәҙмәһе “Туған телем – башҡорт теле” китап күргәҙмәһе 13.12.2024 Башҡорт теле көнөнә ауыл китапханаһында китап күргәҙмәһе ойошторолдо.Күргәҙмәлә Мифтахетдин Аҡмулланың китаптары һәм, әлбиттә, үҙе хаҡында китаптар тәҡдим ителә. Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы—күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе.Башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала. Аҡмулла башҡорт теле үҫешендә ҙур роль уйнай, уның ижады ҡаҙаҡ һәм татар әҙәбиәттәре үҫешенә әһәмиәтле йоғонто яһай, уның исеме төркмәндәр, ҡарағалпаҡтар һәм башҡа төрки халыҡтарҙа киң билдәле була. Аҡмулла бөтә ғүмерен халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышлай. Күргәҙмәлә шулай уҡ Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың “Башҡорт әҙәби теле тарихы”,Ғайса Хөсәйеновтың “Башҡорт халҡының рухи донъяһы”,Нәғим Ишбулатовтың”Башҡорт теле һәм уның диалекттары” исемле китаптары Һәм башҡа шағирҙарҙың китаптары урын алған. Рәхим итегеҙ!