logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

«Минең ғәзиз телем» уйын-викторина

13.12.2024

14 декабрь – башҡорт теле көнө.

Башҡорт теле көнө — башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбировтың указына ярашлы 2019 йылдың 14 декабре башҡорт теле көнө тип билдәләнгән.Был көн, күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе,атаҡлы һүҙ оҫтаһы Мифтахетдин Аҡмулла Камалетдин улы иҫтәлегенә булдырылған.Быйыл уның тыуыуына 193 йыл.

Беҙҙең мәҙәниәт йортонда башҡорт теле көнөнә ҡарата «Минең ғәзиз телем» викторинаһы ойошторолдо. Ҡотлау һүҙҙәре менән ауыл хакимиәте башлығы Айрат Юлай улы ла  сығыш яһаны .Был уйында өлкән быуындарҙан  торған ике команда ҡатнашты.Улар башҡорт халҡының  ауыҙ -тел ижадына ҡараған һорауҙарға яуап бирҙеләр.Башҡорт телебеҙгә арналған шиғырҙар уҡынылар,йырҙар йырланылар.Шулай уҡ  китапхана тормошондағы онлайн конкурстарҙа  актив ҡатнашҡан апай-ағайҙарға  сертификаттары ла тапшырылды.Телебеҙгә арналған сара тәмле сәй эсеү менән тамамланды.

Хөрмәтле дуҫтар! Башҡорт теленең киләсәге – йәш быуын ҡулында. Әгәр һәр беребеҙ телебеҙҙе яратып өйрәнһә, башҡаларҙың да ихтирамын яулай алһа, ул мотлаҡ йәшәр! Ә телебеҙ булһа, милләт йәшәй, туплана, тел ярҙамында киләсәккә юл яра.Йәшәһен башҡорт теле!