logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Сәй табыны«Тәмле сәй – яҡты сырай»

15.12.2024

15 декабрь – сәй көнө.

Сәй — Ер йөҙөндәге шифалы эсемлектәрҙең береһе, уның ҡараһы ла, йәшеле лә, ҡыҙылы ла файҙалы.Бер сынаяҡ сәй физик һәм аҡыл эшмәкәрлеген күтәрә, арығанлыҡты бөтөрә, майҙарҙың бүленеп сығыу барышын тиҙләтә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта.

Халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығын, ихласлығын, киң күңеллелеген, йомартлығын, тағы әллә күпме сифаттарын сағылдыра торған иң күркәм йолаһы ул – сәй эсеү.

«Тәмле сәй – яҡты сырай» тигән әйтем бар бит беҙҙең халыҡта. Сәйең тәмле булһа, йөҙөң яҡты, тимәк.Ошо әйтемгә таянып беҙ ҙә ауылыбыҙҙың ағинәйҙәрҙен һәм аҡһаҡлдарын сәйгә саҡырҙыҡ. Тыуған яғыбыҙҙа үҫкән шифалы үләндәрҙән күргәҙмә лә ойошторҙоҡ. Табын артында, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадынан  сәйгә бәйле әйтемдәр, йомаҡтар ,йырҙар иҫкә алынды.Ағинәйҙәребеҙ үҙҙәре ҡулланған шифалы үләндәр тураһында һөйләнеләр.Шулай уҡ илебеҙҙе яҡлап йөрөгән егеттәребеҙҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын, донъяларҙың тынысланыуын теләп доға уҡылды, мөнәжәттәр әйтелде.