«Ҡанатлы Бабич»
15.01.2025
Шағир, башҡорт әҙәбиәте классигы. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улының тыуыуына 130 йыл.
Шәйехзада Бабич үҙ халҡының ихлас табыныусы булды – уның бөтә ижады үҙ милләте тураһындағы уй-фекерҙәр һәм тойғолар менән һуғарылған. Ш.М. Бабичтың ижади мираҫы – балладалар, эпиграммалар, фельетондар һәм сәхнә әҫәрҙәре – башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте үҫешенә ҙур йоғонто яһаны.
Яҙыусының тыуыуына 130 йыл тулыу уңайынан китапханала «Ҡанатлы Бабич» күргәҙмәһе әҙерләгән, унда һеҙ яҙыусының ҡыҫҡаса биографияһы, әһәмиәтле даталары һәм уның ижади мираҫы менән таныша алаһығыҙ.