Яныбай Хамматовтың тыуыуына — 100 йыл.
16.01.2025
Бөгөн Башҡортостандың партия һәм дәүләт хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 17 роман, «Бөртөкләп йыйыла алтын» пенталогияһы, «Төньяҡ амурҙары» дилогияһы авторы, яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыуыуына — 100 йыл.
Беҙҙең китапханала уның тиҫтәгә яҡын китаптары һаҡлана.