Яңы китаптың исем туйы.
Эйе,бөгөн беҙҙә яңы китаптың исем туйы үтте. Ә яңы китаптың донъя күреүе – яңы тыуған сабый менән бер. Сөнки, ижад емеше булараҡ уны көтөп алаһың, өмөттәр бағлайһың. Ә уй-хыялдарыңдың тормошҡа ашыуы иһә ысын мәғәнәһендә һине бәхетле итә.
Эйе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы ,атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Рәшит Әхтәри исемендәге әҙәби премия лауреаты, бик күп романдар, повестар һәм хикәйәләр авторы Ринат Камалдың “Публицистика” китабының исем туйын уҙғарҙыҡ бөгөн.
Күптән түгел Ринат Әлтәф улы күркәм ғүмер байрамын – 70 йәшлек юбилейын билдәләргә ҡайтҡайны тыуған яҡтарына.
Һәм йәнә йылы осрашыу,аралашыу.
Эйе,Ринат Әлтәф улы яңы китабының сығыу шатлығы менән уртаҡлашырға тыуған яҡтарына ҡайтты.Был осрашыуҙы шулай уҡ беҙ, Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланыҡ.
Осрашыуға ауыл биләмәһе ауылдарынан Ринат Камалдың ижадын яратыусылар һәм күҙәтеп барыусылар йыйылды. Шулай уҡ Дыуан районының “Тимер Йосопов” исемен йөрөткән Республика лицей интернатынан тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары ла килгәйне.
Исем туйында һүҙ китап хаҡында ғына булманы, яҙыусыбыҙ һәм сығыш яһаусылар әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, телебеҙгә, көнкүрешкә, хатта сәйәсәткә лә бәйле темалар күтәрҙе.Шул уҡ ваҡытта һәр кемдең сығышында яҡташыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо сағылды.
Йылы аралышыу Йыланыш ауыл клубының “Гөлнәзирә” вокаль ансамбле, Дыуан-Мәсетле ауылының “Байрам”ҡумыҙсылар һәм “Зөбәржәт “ фольклор ансамблдәренең йыр-моңдары менән аралашып барҙы.Осрашыу һуңында яҙыусыбыҙ үҙенең ижад емештәрен бүләк итте. Ә беҙ,яҡташыбыҙға киләсәктә лә илһам шишмәләрҽнең һайыҡмауын , яңынан – яңы әҫәрҙәр яҙыуын , китаптар сығарыуын , сәләмәтлҽк , ғаилә бәхҽтҽ тҽләнҽк. Фҽкҽр алышыу тәмлҽ сәй табыны артында ла дауам итте.