logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Китапханала – яңы баҫмалар

21.10.2025

Ҡәҙерле китап уҡыусыларыбыҙ!

Беҙҙең китапхана Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан яңы китаптар менән йәнә  байыны.

Бөгөн, һеҙҙе Суфиян Поварисов-яуғир, ғалим, яҙыусы \иҫтәлектәр, мәҡәләләр,шиғырҙар  китабы менән таныштырабыҙ.
Был китапта Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ғалим һәм легендар шәхес Суфиян Поварисовтың тормошо, ғилми эшмәкәрлеге, ижады хаҡында мәҡәләләр, иҫтәлектәр, әнгәмәләр, уға бағышланған шиғырҙар, фотоһүрәттәр урын алған.Улар барыһы ла олуғ әҙиптең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе куҙ уңында тотоп яҙылған.

Picture background

Яныбай Хамматов “Алтын юлағым”\автобиографик роман.
Билдәле яҙыусы Яныбай Хамматовтың “Алтын юлағым” исемле автобиографик романы өс китаптан тора: ” Хәсрәтле бала саҡ”, “Йылдар һәм юлдар”, “Эҙләп табылған хазинам”.
Романда 1930 йылдан алып 2000 йылға тиклемге ваҡиғалар һүрәтләнә.

 

 

 

 

Сөләймәнов Ғ.З. Башҡорт халыҡ көйҙәренең тарихы – ӨФӨ: «Самрау» нәшриәте, 2023 – 176 бит.

Борон ҡурайсылар бөтә йырҙарҙы, уның тарихын һәм риүәйәттәрен белергә һәм шуларҙы уйнар алдынан халыҡҡа еткерә алырға тейеш булған. Ә бөгөнгө күҙлектән сығып ҡарағанда, ҡурайсы – ул композитор, фольклорсы һәм ижад итеүсе шәхес. Тап ҡурайсылар, үҙҙәренең халыҡҡа һөйөүен еткереп, быуындан-быуынға белемдәрен, таланттарын күсерә килеп, халыҡ йырҙарын, риүәйәт һәм эпостарҙы һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индерә.

Билдәле башҡорт ҡурайсыһы, йырсы, актер Башҡорт АССР- ының халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙан мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай класына нигеҙ һалыусы Сөләймәнов Ғата Зөлҡәфил улының 1947 йылда әҙерләгән «Башҡорт халыҡ көйҙәре тарихы» йыйынтығы. Автор үҙе яҙып алған йыр-көй тарихы менән таныштыра.

Китап студенттарға, аспиранттарға, шулай уҡ әҙәбиәт, фольклор һәм мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнә.

Рәхим итегеҙ, алығыҙ, уҡығыҙ!