КИТАПХАНАЛА ЯҢЫ КИТАПТАР.
Хөрмәтле дуҫтар, яңы китаптар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.
Китапханаға яңы әҙәбиәт килеүе китапханасылар өсөн дә, уҡыусылар өсөн дә һәр ваҡыт әһәмиәтле ваҡиға булып тора. Ҡыҙыҡлы авторҙар, төрлө жанрҙар китапханаға килеүселәрҙе ҡыуандырасаҡ.

Бүләков, Д. М. Тыҡрыҡ башы — беҙҙең биләмә : повесть, хикәйәләр : [өлкән йәштәге мәктәп балалары өсөн] / Динис Бүләков ; рәссамы Азамат Ғарипов. — Өфө: Китап, 2024. — 156, [4] б. : рәс., портр.
Динис Бүләковтың «Тыҡрыҡ башы – беҙҙең биләмә» повесы һәм бер нисә хикәйәһе үҫмерҙәр тормошо хаҡында ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс донъяла сәйәхәт иттерер. Улар балалар әҙәбиәтендә тәүге тапҡыр ҡыҙҙар һәм малайҙар араһындағы дуҫлыҡ хистәре тураһында яҙылған.
Китапты һеҙҙә алып, балаларығыҙҙы һөйөндөрөгөҙ. Китап бөгөнгө балалар өсөн дә бик тә ҡыҙыҡ һәм фәһемле.

Янышев, Ф. Рухи бүләк: повестар, хикәйәләр, мәҡәләләр / Ф. Янышев. — Өфө : Китап, 2024. — 400 бит.
Фәнис Янышевтың китабына йәмәғәтселеккә киң билдәле «Аҡмулла аманаты», һуңғы осорҙа ижад ителгән «Ынйы сәскәләре» повестары, замандаштары тураһында хикәйәләре, күренекле шәхестәрҙең яҙмыштарын сағылдырған мәҡәләләре индерелгән. Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә.
https://vk.com/wall-42694841_16368

Ғәлиуллин, Т. Н. Яҙмыш юлдары : роман, повестар / Тәлғәт Гәлиуллин; [3. Ш. Ҡарабаева тәржемәһе]. — Өфө : Китап, 2024. — 384 бит.
Был йыйынтыҡҡа авторҙың «Төнгө юлдар», «Һуҡыр Ғауаз», «Инә ҡорт» тип аталған сәсмә әҫәрҙәре индерелде. Яҙыусының тәрән психологизмы, гәмәлдәрҙе тормошсан мотивлаштырыу, ҡатын-ҡыҙ һүрәтен тасуирлауҙағы нәфислек, мөхәббәттәге сафлыҡ, тәбиғәт күренештәрендәге нескәлек һәм теүәллек әҫәрҙәрең көслө эмоциональ аураһын хасил итә.

Кәрим, Ф. Еңеү йыры _ Песнь Победы : шиғырҙар / Ф.Кәрим; [төҙ. Ф. Янышев]. — Өфө : Китап, 2024. — 200 бит.
Китапҡа, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса көрәшеп, ике юғары хәрби орден менән бүләкләнгән, Еңеү алдынан ғына һәләк булғанФәтих Кәримдең шиғырҙары тупланған. Йыйынтыҡ яҙыусының тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған.
В книгу вошли стихи поэта-фронтовика Фатиха Карима, награжденного двумя высшими военными орденами и погибшего перед самой Победой. Сборник приурочен к 115-летию со дня рождения поэта.
Рәхим итегеҙ Дыуан-Мәсетле китапханаһына!