logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

“Әлләсе”өҫтәл уйыны.

06.12.2025

#ДуванМечетлинскаябиблиотека#Настольныеигры#Башҡорттелекөнө#Әлләсе
14 декабрҙә, республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө. Ул Башҡортостан Башлығының ҡарары менән 2019 йылда булдырылды. Маҡсаты – башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү. Байрам бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә уҙғарыла.
Ошо башҡорт теле көнөнә ҡарата Ғүмәр ауылы клубында сираттағы”Әлләсе”өҫтәл уйыны ойошторолдо.Уйында Ғүмәр һәм Дыуан-Мәсетле ауылдары ағинәйҙәре ҡатнашты. Уйын барышында “Отҡорҙар” һәм “Зирәктәр”командалары үҙҙәренең зирәклектәрен,тапҡырлыҡтарын,
отҡорлоҡтарын,һүҙгә байлыҡтарын күрһәттеләр.Үҙебеҙҙең башҡорт теленең ни тиклем бай ҙа ,яғымлы ла,көслө лә ,йөкмәткеле лә икәнлеген тағы бер иҫбатланылар.Осрашыу Р.Ғариповтың”Туған тел” шиғырын бергәләп уҡыу менән тамамланды.Дуҫтарса осрашыу кисәһенән рухи аҙыҡ алып,киләсккә яңы маҡсаттар ҡуйып,күтәренке кәйеф менән таралыштыҡ. Ошо сарала беҙҙе бик ихлас,асыҡ йөҙ,яҡты сырай менән ҡаршы алған Ғүмәр ауылы клубының етәксеһе Земфира Нурмөхәмәт ҡыҙына һәм ағинәйҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.Күктәребеҙ аяҙ,көндәребеҙ яҡты,уй ниәттәребеҙ изге,күңелдәребеҙ тыныс булһын!Киләсәктә тағы ла матур осрашыуҙар көтөп торһон!