“14 декабрь – Башҡорт теле көнө!”
12.12.2025
14 декабрҙә, республика Башҡорт теле көнөн билдәләй. Байрам башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Аҡмулланың тыуған көнөндә үткәрелә.
Башҡорт теле көнөнә ауыл китапханаһында китап күргәҙмәһе ойошторолдо.Күргәҙмәлә Мифтахетдин Аҡмулланың китаптары һәм, әлбиттә, үҙе хаҡында китаптар тәҡдим ителә. Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы—күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе.Башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала. Аҡмулла башҡорт теле үҫешендә ҙур роль уйнай, уның ижады ҡаҙаҡ һәм татар әҙәбиәттәре үҫешенә әһәмиәтле йоғонто яһай, уның исеме төркмәндәр, ҡарағалпаҡтар һәм башҡа төрки халыҡтарҙа киң билдәле була. Аҡмулла бөтә ғүмерен халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышлай.