logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

”Мөнәжәттәр –  рухи мираҫыбыҙ”

13.12.2025

Башҡорт теле көнөнә ҡарата “Берҙәмлек”ағинәйҙәр ойошмаһының ағзалары Иҫке Мишәр ауылы  клубында ойошторолған”Мөнәжәттәр –  рухи мираҫыбыҙ” исемле мөнәжәт кисәһендә ҡатнашып ҡайттыҡ .Мөнәжәт – башҡорт музыкаль-шиғри фольклорының иң боронғо һәм популяр лирик жанрҙарының береһе. Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә дини характерҙағы рухи көйҙәрҙе аңлата. Көнкүреш тасуирламаһы менән “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары” китабында (С. Г. Рыбаков) шундай билдәләмә бирелә: мөнәжәт – Аллаға мөрәжәғәт итеү, дини йөкмәткеле шиғырҙар. Башҡа төр аңлатмаларҙа – көйлө шиғыр, йәшерен доға, дини гимн. Улар айырым алынған кешеләрҙең һәм йәмғиәттең уй-фекерҙәрен, борсолоуҙарын, хис-тойғоларын шиғри формала еткерә.

Мөнәжәт кисәһе бик йылы мөхиттә үтте. Кисәлә башҡарылған мөнәжәттәр тәрән фекерле һәм фәһемле булды.Барлыҡ ҡатнашыусыларға Яуыш биләмәһе  хакимәте Рәхмәт хаттары тапшырҙы.Саранан һуң йылы, уңайлы мөхиттә тәмлекәстәр менән сәй табыны ойошторолдо.Табын артында  илебеҙгә  тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын  һәм ир-егеттәрҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доғалар  уҡылды.

Ошондай фәһемле сараға беҙҙе саҡырғандары өсөн ойоштороусыларға оло рәхмәтебеҙҙе  белдерәбеҙ.