logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

“Әлләсе”өҫтәл уйыны.

19.12.2025

Айыҡ ауыл конкурсы сиктәрендә ,сираттағы “Әлләсе”өҫтәл уйыны менән Иҫке Мишәр ауылына барҙыҡ.Белеүегеҙсә улар республика кимәлендә беҙҙең районыбыҙ исеменән ҡатнашалар.Уйынға шулай уҡ Яуыш мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә саҡырылды.Һәр ауылдан сиратлаштырып ике команда төҙөлдө.Был юлы ла командалар үҙҙәренең зирәклектәрен,тапҡырлыҡтарын,отҡорлоҡтарын, һүҙгә байлыҡтарын күрһәттеләр.Кәрттә яҙылған һүҙҙе  башҡорт теленең  матур һүҙҙәрен ҡулланып та, ым-ишара менән дә,һүрәт төшөрөп тә,төрлө язалы эштәр менән дә аңлаттылар. Ошо сарала беҙҙе бик ихлас,асыҡ йөҙ,яҡты сырай менән ҡаршы алған Яуыш биләмәһе етәкселәренә,мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә һәм Иҫке Мишәр ауылының ҡыҙҙарына.апайҙарына,ағинәйҙәренә ,ауылы клубының етәксеһе Ғилметдинова  Елена Николай ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.Һеҙгә артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Күктәребеҙ аяҙ,көндәребеҙ яҡты,уй ниәттәребеҙ изге,күңелдәребеҙ тыныс булһын!Киләсәктә тағы ла матур осрашыуҙар көтөп торһон!

#ДуванМечетлинскаябиблиотека#Настольныеигры#Трезвоесело#Әлләсе