logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Скандинавса йөрөү – сәләмәтлеккә бер аҙым.

11.01.2026

Хәрәкәт ул – йөрөү атлап,

Хәрәкәт – барыу ауға.

Хәрәкәт ул – елеү атта,

Хәрәкәт – менеү тауға.

“Хәрәкәттә – бәрәкәт”, – тип

Әйткән ололар бик хаҡ.

Һаулыҡ ныҡлы булһын тиһәң,

Йүгер, һикер, тәкмәс ат!

Скандинавса йөрөү – иң еңел һәм шул уҡ ваҡытта, иң файҙалы шөғөлдәрҙең береһе. Таяҡтарға таянып атлағанда кешенең 90 процент мускулдары хәрәкәткә килә.

Сәләмәт тормош алып барыусыларға скандинав атлауы тап килә. Йөрөүҙең был төрөн билдәле саңғысы Юхе Мието уйлап тапҡан. Спортсы йәш саңғысыларҙы тәрбиәләгәндә уларға йыл әйләнәһендә саңғы таяҡтары менән йәйәү йөрөргә ҡуша. Скандинав атлауы менән миҙгеленә һәм һауа торошона ҡарамай шөғөлләнергә мөмкин. Был спорт төрөндә тиҙлек тә мөһим түгел.Аҙнаһына өс тапҡыр, 20-25 минут шөғөлләнеү ҙә етә. Һуңынан яйлап ваҡытты оҙайтырға мөмкин.

Беҙҙең Дыуан-Мәсетле ауылында был төр менән шөғөлләнеүселәр бик күп.Шуларҙың иҫәбендә беҙҙең ағинәйҙәребеҙ ҙә даими йөрөйҙәр.Бынан тыш ҡыш көндәрендә саңғы менән дә шыуалар.”Саф һауала  ашыҡмай ғына атлап йөрөү   һөйәктәрҙе нығыта, ҡан баҫымын көйләй, холестерин кимәлен кәметә, мускулдарға ыңғай йоғонто яһай, йоҡоно ла  яҡшырта “- ти ағинәйҙәр.

Хәрәкәттә – бәрәкәт , сәләмәт булайыҡ !