logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

«Ул, үҙ иленең гражданины ине»

17.01.2026

Күренекле башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы Ғәлимов Сәләмдең тыуыуына — 115 йыл.

Ул 1911 йылдың 18 ғинуарында хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Тәгеш ауылында тыуа. Арғаяш мәктәбен тамамлағандан һуң уҡытыусы булып эшләй. 1930 йылда «Башҡортостан» гәзитенә эшкә саҡырыла. Өфөгә күскәс, Ғәлимов Сәләмдең әҙәби һәм журналистик эшмәкәрлеге активлашып китә. Редакцияла ике йыл әҙәби сотрудник булып эшләгәндән һуң Башҡортостан дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. 1937 йылда Ғәлимов Сәләм институтты беренсе дәрәжә диплом менән тамамлай һәм Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтына эшкә ҡалдырыла. Ул башҡорт халыҡ ижадын йыйыу, баҫтырып сығарыу, фәнни өйрәнеү эштәре менән шөғөлләнә. 1938 йылда СССР Фәндәр академияһының Ленинград ҡалаһындағы филиалына уҡырға инә. 1939 йылдың июнь айында башланған грипп ауырыуы менингитҡа әүерелә. Ошо ҡаты ауырыуҙан Ғәлимов Сәләм 1939 йылдың 19 июндә вафат була. Ғ. Сәләмдең тормош һәм әҙәби ижад ғүмере бик ҡыҫҡа була. Әммә шул ун йылға тулыр-тулмаҫ ижад дәүерендә ул башҡорт поэзияһын «Шоңҡар», «Бала», «Өс йыр» кеүек поэмалары, гүзәл лирик әҫәрҙәре менән байытып өлгөрә һәм әҙәбиәтебеҙ тарихында күренекле урын яулай.

Беҙҙең китапхана тәҡдим иткән күргәҙмәлә уның шиғри йыйынтыҡтары, проза әҫәрҙәре, шулай уҡ Сәләмдең  ижадын анализлауға арналған китаптары бар.