logo
МАУ «Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система» муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан
Дуван-Мечетлинский филиал №7

Часы работы


ПН-СБ: 10:00 - 13:00,
16:00 - 19:00
Выходной: ВС

Шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе

20.02.2026

Йыл һайын 21 февралдә тел һәм мәҙәни төрлөлөктө һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә. Ошо йәһәттән ағинәйҙәребеҙ менән мәктәп уҡыусылары араһында «Әсәм теле – сәсән теле.» тип исемләнгән шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үткәрҙек.Бәйгене баһаларға биләмәбеҙҙең оло хөрмәткә лайыҡ булған апайҙарын, ағайҙарын  саҡырҙыҡ. Улар: Ошо мәктәптә күп йылдар белем биргән,ҡумыҙ серҙәренә өйрәткән,конкурстарҙа лауреат исемдәренә лайыҡ булған Ғәлимов Данис Абдулхаҡ улы. Бар ғүмерен балалаларға башҡорт теленән төплө белем биреүгә бағышлаған Башҡортостан Рҽспубликаһының атҡаҙан мәғәриф хҽҙмәткәрҽ, хеҙмәт вҽтҽраны Гөлсөм Мөхәммәт ҡыҙы .Шулай уҡ күп йылдар балаларға башҡорт телен,әҙәбиәтен,мәҙәниәтен өйрәткән,маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған Лена Рәүел ҡыҙы  һәм Ошо мәктәптә белем алған һуңынан силәбе өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡас тыуған яҡтарына ҡайтып ауылдың хәҙергеһе һәм киләсәге өсөн борсолоп йәшәүсе һәм уның үҫешенә үҙ өлөшөн  индереүсе Рев Сәлим улы.

Бәйге шарттары буйынса мәктәп  уҡыусылары баһалау комиссияһына башҡорт телендә туған тел, тыуған ил һәм ғаилә ҡиммәттәренә бағышланған шиғри әҫәрҙәрҙе яттан һөйләнеләр.

Бәйгелә 2- се кластан алып 8 класҡа тиклемге  15 бала  ҡатнашты. Һәр бер уҡыусы үҙенең матур сығышы менән ҡыуандырҙы. Баһалама ағзалары һәр береһенә ғәҙел баһа биреп, еңеүселәрҙе билдәләнеләр. Бәйгелә ҡатнашыусыларға Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.Был шиғыр һөйләү бәйгеһендә ағинәйҙәребеҙ ҙә,баһалама ағзалары ла күңелдәргә үтеп ингән шиғырҙар уҡып ҡыуандырҙылар.Халыҡ-ара туған телебеҙгә арналған байрам Р.Ғариповтың “Туған тел” шиғырын бергәләп уҡыу һәм Р.Шәкүр яҙған”Башҡорт телендә” һөйләшәм йыры менән тамамланды. Уҡыусыларҙы әҙерләп, конкурсҡа сығарыусы класс етәкселәренә, башҡорт теле уҡытыусыһы Салихова Флорида Фиҙиәт ҡыҙына һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Бәйге һәр кемдең күңеленә хуш килде. Телебеҙгә арналған бәйге балаларҙың һәләттәрен асырға ярҙам итеп кенә ҡалманы, ә әҙәбиәткә, шиғриәткә һөйөү ҙә уятҡандыр, тигән ышаныстабыҙ.