Яңы китаптар

Китапханала яңы методик ҡулланмалар.
Маһирлыҡта юҡтыр тиңдәре : методик ҡулланма/ Төҙөүсеһе, алһүҙ, ҡобайырҙар, “Сәсән уҙған юлда һүҙ ҡала” хәтер кисәһенә сценарий авторы Ә.Р. Алдырханова – Өфө: РХИҮ, 2013. – 144 б.
Был методик ҡулланмала Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы, сәсән Абрар Солтангәрәй улы Арғынбаевтың тормош һәм ижад юлына бағышланған мәҡәләләр тупланды.
Ҡулланма мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға, студенттарға, башҡорт фольклорына битараф булмаған уҡыусыларға тәғәйенләнә.
«Йола тотҡан юғалмаҫ»Йыйынтыҡ.Башҡорт халыҡ йолалары буйынса байрам ойоштороусылар,фольклор ансамбле етәкселәре ижад иткән сәхнә тамашалары,мәҙәни-ижади кисәләр.күмәк халыҡ уйындары өсөн сценарийҙар.-Өфө:»Самрау «нәшриәте,2018 йыл.-314 бит.