Салауат Кәримдең “Башҡортостан – батырҙар төйәге”китабы беҙҙең китапханала
30.03.2026

Яҙыусы Салауат Кәримдең (Кәримовтың) кескәйҙәр өсөн “Башҡортостан – батырҙар төйәге” тип аталған хикәйәләр йыйынтығы китапханаға килде.
Китапта балалар өсөн әүҙем һәм ҡыҙыҡлы тормош, оло йәштәгеләргә ярҙам итеү, яҡындарыбыҙҙы ҡарау, ватанды һаҡлаусы ир ‒ егеттәрҙең изге бурысы, балалар һәм өлкәндәрҙең беҙҙең һалдаттарға ярҙамы тураһында хикәйәләр тупланған.