О библиотеке
Дуван-Мечетлинский филиал №7
В деревне Дуван-Мечетлино Сабир Вагапов открыл волостную библиотеку в 1920 г. В 1947 году в пристрое мечети была открыта библиотека. Первым библиотекарем стал участник ВОВ Ханов Хажип. Затем библиотекарями были Бахтиева Фархинур, Иксанов Хамидулла. При строительстве нового клуба, Камалов Зенир-агай ходатайствует о том, чтобы танцевальный зал был отдан под библиотеку. С 1965 года в клубе работает библиотека. С 1965 по 1994 год бессменным библиотекарем была Галимова Дамира Авзаловна. С 2000 -2016 года заведующей библиотекой работает Султанова Зарифа Гавнетдиновна. С 2016 года библиотекарем работает Ахметханова Гульназ Фарвазовна.
Китап– кешенең хәтере, юлдашы,
кәңәшсеһе,ярҙамсыһы,уҡытыусыһы.
Китапһыҙ халыҡ -тарихһыҙ халыҡҡа әйләнгән,
ә тарихын онытҡан халыҡтың киләсәге өҙөлгән.
Беҙҙең Дыуан-Мәсетле ауылында тәүге китап уҡыу йорто 1920 йылдарҙа булдырылған.Унда халыҡ йыйылып әҙәби уҡыуҙар ойошторған булған.Тәүге китапхана 1940 йылдар башында мәсетте бөтөргәс хәҙерге универмаг урынында асылған. Беренсе китапханасы булып Ханов Хатип Вәли улы эшләгән.
1943 йылдан 1960 йылға тиклем Бәхтиева Фәрхи Мөхитдин ҡыҙы китапхананы етәкләй.1962 йылда яңы клуб һәм китапхана һалына.Ул ваҡытта 1960 йылдан алып китапханасы булып Ғәлимова Дамира Абзал ҡыҙы эшләгән була. Ул 34 йыл ошо китапханала эшләп халыҡты хеҙмәтләндерә һәм хаҡлы ялға сыға.
1994-2000 йылдарҙа Аллаярова Фәниә Фәнәүи ҡыҙы эшләй.Ул эшләгән дәүерҙә клуб һәм китапхана эстән дә, тыштан да матур итеп йышылған таҡта менән көпләнә.
2000-2016 йылдарҙа Солтанова Зарифа Ғәүнетдин ҡыҙы халыҡтың рухи талабын ҡәнәғәтләндерә. Китапхана эшендәге дөйөм стажы- 38 йыл.Дыуан –Мәсетле китапханаһында – 16 йыл эшләй.2016 йылдың март айынан китапхана эшен Әхмәтханова Гөлназ Фәрүәз ҡыҙы етәкләй.
Бөгөнгө көндә китапхана халыҡтың рухи талабын ҡәнәғәтләндергән мәҙәни-мәғлүмәт урыны булып иҫәпләнә. Дөйөм иҫәптә 15792 китап.Йыл һайын 800 гә яҡын уҡыусыны хеҙмәтләндерә. Китапхана фондының 70 проценты -нәфис әҙәбиәт китаптары. Бынан тыш төрлө йүнәлештәге матбуғат баҫмаларын да алдырабыҙ.Ваҡытлы матбуғаттан “Башҡортостан Республикаһы“һәм “Мәсетле тормошо“гәзиттәре,,журналдарҙан “ Ағиҙел “,Шоңҡар“,“Башҡортостан ҡы6ы“,“Мең кәңәш “ һәм балалар өсөн “Непоседа“ килә .Китапханабыҙҙа :Балалар әҙәбиәте , Башҡорт һәм рус әҙәбиәте,Тармаҡтар буйынса әҙәбиәт, Сит ил әҙәбиәте , Революцияға тиклемге әҙәбиәт ,Бөйөк Ватан һуғышы тураһында әҙәбиәт бүлектәре булдырылған.Китапханала яҙыусыларға ,билдәле ваҡиғаларға күргәҙмәләр ойошторола.Билдәле шәхестәргә ,байрамдарға арналған кисәләр үткәрелә
Мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы саралар уҙғарыла
Китапхана эсендә «Хужабикәләр» һәм «Тирмәкәй» түңәрәктәре эшләп килә. Шулай уҡ иҫтәлекле байрамдарға мәғлүмәтле буклеттар,брошюролар,саҡырыу ҡағыҙҙары сығара.
Рәхим итегеҙ беҙҙең китапханаға!